Билдәле шәхестәрҙең бала сағы, мәктәптә нисек уҡыуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаров бала саҡ хәтирәләренә бирелеп: "Туғыҙ йәшем тулған ваҡытта мин инде гармунда уйнап ауыл йәштәрен киске уйындарҙа теттереп йырлата ла, бейетә лә инем, - ти. - Егеттәр, ҡыҙҙар мин уйнаған көйгә йырлайҙар, бейейҙәр ҙә муйыллы туғайҙарға таралышалар ине. Бер үҙем ултырып ҡалам да, гармунымды ҡосаҡлап, илай-илай өйгә ҡайтып китә инем...”
Мәктәптә уҡығанда ла гармунынан айырылмай Фидан. Уҡытыусыһы: “Фидан, уҡыуға бигерәк иғтибар итмәйһең, бер һөнәр ҙә ала алмаһаң, тамағыңды нисек туйҙырырһың һуң?” – тип ғәрләндереп тә ҡарай. Ә гармунсы-йырсының яуабы билдәле: йырлап булһа ла.
Маҡсатлы кешегә яйы сығып тора бит ул. Элек һәләтле үҫмерҙәрҙе ауылдарға килеп һайлап йөрөйҙәр ине. Фидандың ауылына ла килә артистар. Етенсе класта уҡып йөрөгән сағы. Уҡыусыларҙы баҫыуға сүп утарға сығарғандар. Шунда оло ағаһы Рәиф йүгереп килә лә: "Артислыҡҡа кеше йыялар, бар, йырлап күрһәт!" – тип кәңәш итә. "Раушаниям, бәғерем" йырынан башлай Фидан сығышын һәм һайлау турын үтә. Оҙаҡ та үтмәй Өфөгә сәнғәт училищеһына имтихан бирергә саҡыралар. Унда ла Фидан үҙен бик етди тота һәм театр бүлегенә ҡабул ителә.