Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһе – Мәсетлеләрҙеке.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған "Тарих биттәре" марафонына ярашлы улар яҡташтарына һәм Өфө халҡына бай программалы концерт, сағыу күргәҙмәләр әҙерләгән.
Бер нисә минут элек башланған концерт программаһында тамашасыларға "Мәсетленең тарих биттәре" тигән кинохроника тәҡдим ителде.
Алда бар йыйылғандарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр көтә.
Сара башында мәсетлеләр мәртәбәле ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды.