Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Сентября 2019, 11:31

Мостай йыһанында

Миңә биш йәш. Өләсәйем менән ауылдың уртаһынан ағып ятҡан Өйә йылғаһы аша күперҙән сығып киләбеҙ. Колхоз кәнсәләре, магазин, почта урынлашҡан үҙәк майҙанға китеп барыш. Унда ҡап уртала тиерлек һерәйеп торған бағанаға беркетелгән ҡара көләпә – радио көн буйы һөйләп тора. Төрлө хәбәрҙәр, иғландар, йырҙар яңғырай унан. Бына бер мәл көр генә ирҙәр тауышы шиғыр уҡый башланы. Тап шул минутта эргәбеҙҙән, күперҙе дыңғырлатып, арбаһына үжәт үгеҙ еккән бер ағай үтеп бара ине, шиғырҙың аҙағын һәм авторҙың исемен генә ишетеп ҡалдыҡ: Мостай Кәрим.

Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәргә насип булһын.


Миңә биш йәш. Өләсәйем менән ауылдың уртаһынан ағып ятҡан Өйә йылғаһы аша күперҙән сығып киләбеҙ. Колхоз кәнсәләре, магазин, почта урынлашҡан үҙәк майҙанға китеп барыш. Унда ҡап уртала тиерлек һерәйеп торған бағанаға беркетелгән ҡара көләпә – радио көн буйы һөйләп тора. Төрлө хәбәрҙәр, иғландар, йырҙар яңғырай унан. Бына бер мәл көр генә ирҙәр тауышы шиғыр уҡый башланы. Тап шул минутта эргәбеҙҙән, күперҙе дыңғырлатып, арбаһына үжәт үгеҙ еккән бер ағай үтеп бара ине, шиғырҙың аҙағын һәм авторҙың исемен генә ишетеп ҡалдыҡ: Мостай Кәрим.



Тәүге тәьҫорат


“...Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”

Үҙемә күрә отҡор ғына инем, әлеге шул һуңғы куплетты ятлап та алдым, һағайып, өләсәйемә ҡараным: фронтҡа китәм, тигән?! Уның йөҙөндә йылмайыу күргәс, тынысландым. Үҫә төшкәс белеүемсә, шағир был шиғырҙы 1941 йылда яҙған, шунан фронтҡа киткән.
Ниңә бик алыҫтан башланыммы һү­ҙемде? Мостай ағайҙың “хәтерләүҙәр, ағын һыу һымаҡ, сафландыра” тигән фекере иҫемә төштө, шуғалыр.
Мәктәп йылдары күренекле яҙыусы­быҙҙың “Беҙҙең өйҙөң йәме” тигән китабын уҡып, тыуған ил, ватансылыҡ хаҡындағы шиғырҙарын рухланып ятлап үтте. Күңелде дуҫлыҡ, йомартлыҡ, изгелек төшөнсәләре һуғарҙы.
Йәшлек ҡапҡаларына шаулап “Айгөл иле” драмаһы килеп инде, “Ай тотолған төндә” трагедияһы тетрәндерҙе, улар милләт тарихы, иманы, мөхәббәт бөйөклөгө, йәшәйештең мәңгелек ҡанундары менән күңелде, төпкөл үҙаңды аҡтарып һалды. Илатты. Йырлатты. Ахыр сиктә – сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятты: тәрән тамырлы бөйөк әҙәбиәтебеҙ, мәшһүр әҙибебеҙ өсөн!

Ул осорҙа мин Салауат педагогия училищеһында уҡый инем. Диплом алып, тыуған яғым Ғафури районы гәзитендә эшләй башлағас ҡына форсат тыуҙы Өфөгә барып, был әҫәрҙәрҙе сәхнәлә күрергә, Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатоваларҙың уйнауына ғажиз ҡалып һоҡланырға. Ситтән тороп университетта уҡый инем, имтихан сессиялары ваҡытында ике спектаклде лә икешәр тапҡыр барып ҡараным.


Айгөлдәр иле


1972 йылда бер туған һеңлем Гөлдәрҙең ҡыҙы тыуҙы, үҙемдең сәңгелдәктә ятҡан ҡыҙымды атаһына ҡалдырып, бәпес тояғы йыуырға юлландым. Һеңлем ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгәйне. Барһам, кейәүем, милиция капитаны, парад формаһын кейеп алған, балаға исем ҡағыҙы алырға йыйынған икән. Баҫып тороп ҡына иҫәнләшкән арала һорай ҡуйҙым, “ниндәй исем һайланығыҙ?” тип. “Светлана” тине. “Светлана Дәүләтбай ҡыҙы буламы? Һинең исемеңә бигүк йә­бешмәй”, – тип һалдым. “Ә ниндәйе йәбешә?” – тип көлөмһөрәне лә кейәүем ишектән сыға башланы. “Айгөл!” Шулай тип ҡысҡырып ҡалдым артынан.

Гөлдәр ҡулын ғына һелтәне, алдына алғанын эшләй ул, йәнәһе. Ике сәғәтләп ва­ҡыт үтеүгә, кейәү ҡайтты, исем ҡағыҙын Гөлдәргә килтереп тотторҙо, уныһы асып ҡараны ла: “Айгөл Дәүләтбаевна!” – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе. Ҡыҫҡаһы, Мостай Кәримдең “Айгөл иле”нә сәхнә генә тар ине, шунан бирле Айгөлдәр менән ил тулды, әле лә ул иң күп ҡушылған исемдәр рәтендәлер.


Ниһайәт!


Мостай ағайҙың ижады менән аралашыу бер ҡасан да өҙөлмәне, нығына ғына барҙы. Ни тиһәң дә, филолог белемен алдым, гәзиттә эшләйем. Педагогия училищеһында уҡығанда уҡ шиғыр яҙа башлағайным, унда осрашыуға килгән Әнисә Таһирова апай, Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр ағайҙар алдында сығыш яһағайным. Улар, “Ағиҙелемә” тигән шиғырымды тыңлағас, “һин бит ҡойоп ҡуйған шағирә” тип ҡанатландырып та ебәргәйне. Ул шиғырҙы мин әлегәсә китабымдан-китабыма күсерә киләм, иҫтәлек итеп. Йәшлек иләҫлеге менән үҙемде исемдәре билдәле ағай-апайҙарға ҡәләмдәш тип һанарға ла баҙнат итә башланым. Ә бына Мостай ағай менән осрашыу бәхете яҙмай ҙа яҙмай. Радионан сығыштарын тыңлайым, телевизорҙан күргеләйем, күҙмә-күҙ күрешеп булмай...
Ниһайәт, Мостай Кәрим Красноусолға килде! Халыҡ район мәҙәниәт һарайына эркелде. Ауылдарҙан да килгәндәр. Уҙған йыл Мәскәүҙә уның “Время – конь крылатый” (1972) тип аталған русса шиғырҙар йыйынтығы донъя күргәйне, китап магазины һатыусыһы менән дуҫлыҡ булғас, һатыуға сыҡҡан өс бөртөк китаптың икеһен ала һалдым. Шуларҙы тотоп, автограф алырға хыялланып, осрашыуға йүгерҙем.
Аралашыу күҙ йомғансы үтеп китте, тәьҫораты ғүмергә етерлек булды. Аралашыу тигәнемә асыҡлыҡ индереп китәйем: асылда Мостай ағай һөйләне, ике телдә шиғырҙарын уҡыны (залда урыҫтар ҙа күп кенә ине), ә халыҡ йотлоғоп тыңланы. Шағир менән тыңлаусы араһында барыбер эске диалог бара ине, сөнки аҡыл эйәһенең шиғриәте, һәр һүҙе, уның йөҙөнә сыҡҡан ихласлығы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, күңел ҡылдарын сиртә, уйландыра, үҙ-үҙеңдә төпсөнөргә, донъяға һынсылыраҡ бағырға өндәй.
Ахырҙа кешеләр дәррәү сәхнәгә күтәрелә башланы, кемдер Мостай Кәримдең китабын йә гәзиттә сыҡҡан сығышын, йә үҙенең кеҫә дәфтәренме тотоп, автограф алырға теләне. Миңә лә сират етте, баяғы ике китабымды һондом шағирға, ә ул күтәрелеп ҡараны ла: “Был китап үҙемдә лә бер нисәү генә ҡалғайны, Өфөлә һатыуҙа ла бөткән, ҡайҙан алдың?” – тип һораны. “Үҙебеҙҙә, – тинем дә, өҫтәп ҡуйҙым, – эләктерҙем!” Мостай ағай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, автограф ҡуя башланы. Минең шунда башым эшләп китте: “Мостай ағай, әтеү бер китапты һеҙгә бирәйемме?” – тинем. “Яҙып бир, улайһа”, – ти, үҙе дуҫтанә мут ҡына йылмая. Уйыма нимә килде, шуны яҙҙым да шағирҙың китабын үҙенә бүләк иттем. Ҡыҙғаныс, миндәге автографлы китап һаҡланманы – сәлдерҙеләр. Үҙем ғәйепле, килгән берәүгә күрһәтә лә маҡтана инем.


Яҙмыш бүләктәре


Ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хеҙмәт биографиям тыуған районым Ғафуриҙың “Звезда” район гәзитендә башланып киткәйне, шунда 17 йыл эшләп ташланым. Һүҙ ҙә юҡ, мул тәжрибә тупланым, ни тиһәң дә, район матбуғаты төрлө темаға яҙа алған универсалдар әҙерләй. Өс бөртөк журналист көсө менән аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан гәзит бөтә кәреңде, ваҡытыңды һурып тора. Көндөҙ – командировка, төндә мәҡәлә яҙаһың йә дежур итәһең. Уңайлыҡтары булмаған фатир, ике бала, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә көндө төнгә ялғап эшләгән ирем хаҡында әйтеп тә тормайым. Нисек сыҙалған? Йәшлек! Йөрәкте иң өйкәгәне – шиғриәт утымдың һүнер-һүнмәҫ быҫҡыуы. Улай ҙа ырыҫым бар икән, берҙән-бер көн көтмәгәндә Өфөгә, ижад мәркәзенә, юл асылды: Раилемде Башҡортостан про­куратураһына бүлек прокуроры итеп күсерҙеләр.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләп алып киттем. Райондарҙы ҡыҙырам, республикам менән күҙмә-күҙ танышам, йыш ҡына хаттар буйынса юлға сығам, ғаилә фажиғәләрен йөрәгемә яҡын алам... Һәм шиғырҙар ижад итәм, улар мине ташлап китмәгән, үҙ сәғәтен көткән. “Ете шишмә” (1989) тип аталған коллектив йыйынтыҡта, ҡәләмдәштәр телендә “дөйөм ятаҡта”, тәүге китабым донъя күрҙе, уға Хәсән Назар ағай “Нағыш” тип исем ҡуйғайны. Был йыйынтыҡта Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Дәүләтҡол һымаҡ әле йәш кенә егеттәр майҙан тотҡайны – уларҙың иҫ киткес ҙур ижади ҡеүәте ярылып ятҡанын күрҙем, үҙемдең шәлкем ҡайтышыраҡ тойолдо, әммә кәмһенмәнем, сәмләндем генә.
Шул осорҙа күңелемдә ғүмергә тәрән эҙ ҡалдырасаҡ ҡәләмдәш әхирәтемде тапҡайным – һоҡланғыс шағирә, прозаик Зарема Әхмәтйәнованы. Уны мин яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем. Ижадташтарым араһына етәкләп индерҙе, Яҙыусылар союзының әҙәбиәтте пропагандалау бю­роһында эшләгән сағы ине. Әле тамсы ла танылмаған мәлемдә “беҙҙекеләр менән таныша тор, тыңлап ултыр” тип, Яҙыусылар съезына саҡырҙы, халыҡ менән осра­шыуҙарға йәлеп итте, һүҙ бирҙе. Һәм тап ул миңә яңы шиғырҙарымды күренекле шағир Муса Ғәли ағайға уҡытып ҡарарға кәңәш итте, үҙе үк уға өйөнә шылтыратты. Килһен, тигән. Йөрьәтем етеп барҙым. Муса ағай Мәскәүгә Ижад йортона йыйынып ҡына тора ине, ҡулъяҙмамды сумаҙанына һалышлай, “Мостай Кәрим менән барабыҙ, уға ла күрһәтермен”, тине. Ап-аҡ сәсле, күркәм йөҙлө Муса ағай, эргәһендә өлтөрәп йөрөгән һөймәлекле ҡатыны Рәйлә апай һаман да күҙ алдымда...
Бына ғәжәп, бер көн миңә Мәскәү-Переделкино тарафтарынан ҡалын, ҙур конвертта хат килеп төштө. Ағайҙарҙан. Ә мин уларҙы бына-бына ҡайтып төшөрҙәр, ни әйтерҙәр, тип көтөп йөрөйөм. Союз ағзалығына ҡабул итеү буйынса комиссия ултырышы буласағын белгәндәр ҙә, идара ағзалары бит инде, миңә рекомендация биреүҙе тиҙләтмәк булғандар. Ошо түгелме тағы яҙмыш бүләге! Мин фекер генә көтә инем, ысын. Икенсе китабым (“Автограф”, 1992) Нәшриәттә сығырға ята-ятыуын һәм был ағзалыҡҡа дәғүә итергә хоҡуҡ бирә ине.


Аманати һүҙҙәр


Конверт ни өсөн ҡалын тиһәм, “Литературная Россия” гәзитенең бер һаны ла (№ 21, 1992 йыл, 22 май) һалынған икән, унда яҙыусылар Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Виктор Боков, Рәсүл Ғамзатов, Виктор Калугин ҡатнашлығында “Переделкинолағы “түңәрәк өҫтәл” мәҡәләһе бирелгән, темаһы – “Нельзя жить в ненависти”. Йөкмәткеһе һәр кемгә аңлашылып тора тип уйлайым: СССР тарҡалған осор, үҙгәртеп ҡороу мәхшәрҙәре... Мостай ағай бер урында әйтеп киткән: “Бишенсе класта уҡыған ейәнем мәктәптән ҡайтты ла: ”Уҡытыусыбыҙ беҙгә тиҙерәк үҙгәртеп ҡоролорға ҡушты. Олатай, өйрәт әле, нисек итеп үҙгәртеп ҡоролорға?” – тип хәбәр һалды. Үҙе тыйыла алмай көлә”. (Ейәне әлеге көндә исеме донъяға билдәле Тимербулат Кәримов була инде). Әңгәмәне иһә Мостай Кәримдең аманати һүҙҙәре йомғаҡлай: “Яҙыусылар ойошмалары әҙип­тәрҙе һәм беҙҙең халыҡтарҙы берләш­тергән иң юғары тойғоно – дуҫлыҡ тойғоһон һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итергә тейеш”.

Ышаныс


Конверт эсендә тағы өс хат бар ине: Мос­тай Кәримдән, Муса Ғәлиҙән һәм Рәсүл Ғамзатовтан. Үҙебеҙҙең ағайҙарҙың хаттарында бер миңә генә түгел, дуҫтарым Зарема менән Факиһаға ла сәләмдәр күндерелгәйне. Ә Рәсүл аға, берәй шиғырымды уҡып ишеттергәндәрмелер, шәхсән миңә төбәп ҡош телендәй генә булһа ла хат яҙырға булып киткән, рәхмәт төшкөрө.
Рекомендацияларҙы уҡырға шөрләберәк торҙом. Башта Муса ағайҙың яҙғандарын күҙҙән, дөрөҫөрәге, йөрәктән үткәрҙем. “Аҡ юл!” тип бышылдап ҡалам!” тигән – ошо фатихаға нисек күҙҙәрем йәшләнмәһен!
Мостай ағай рекомендацияһы менән бергә фекерҙәрен теркәп барған бер нисә шиғырымды ла һалған. “Ҡыҙыма операция яһағанда...” тип аталғанына бигерәк тә ентекле туҡталған: ҡағыҙ ситенә яҙған һүҙҙәрен уҡыйым: “Горение и терпение...”, “Благородство...” Ә инде “Әсәй менән киләм” тигән шиғырым хаҡында ошолай әйткән: “Изумительная картина: взрослая дочь ведет за руку старенькую мать, как говорливого ребенка...” (“...Йәнәшәмдә ап-аҡ сәсле генә, телдәр генә сабый – кем килә? Әсәй килә!”)
Рекомендацияла, ә ул русса яҙылған, мине таң ҡалдырған юлдар бар ине: “Гульнур Якупова обходится без стенаний, хотя для этого у нее не мало оснований. Ибо поэт, когда он имеет дело с высокими категориями духовного бытия, вечное не подменяет преходящим. ...Чутье языка, точность ощущения, ясность мысли, достоверность картин – все это отмечено зрелым талантом”.
Ышанды Мостай ағай миңә, ижадҡа түл йыйып, ғүмерлеккә килгәнемә шикләнмәне. Иңдәремә шул ышанысты аҡлау бурысы ятты.
Үҙенең сығыштарында Мостай Кәрим уҡыусыһы алдында һәр саҡ яуаплылыҡ тойоуы хаҡында әйтә килде. Һәм дә Әҙәбиәткә әйткәненән тайпылмай хеҙмәт итте ул. Шәхес камиллығына ынтылырға, туҡтамай алға барырға кәрәк, кеше өсөн иң мөһиме – намыҫлылыҡ, бөтә башҡа кешелеклелек сифаттары намыҫтан үҫеп сыға, тигәндәре, һүҙмә-һүҙ түгел, ә төп мәғәнәһе менән хәтергә уйылған. Олуғ шәхесебеҙ, бар ғаләм-ғәмгә билдәле мәшһүр әҙибебеҙ Мостай Кәримдең һәр әҫәре, һүҙе, үҙе – тотош һабаҡ, тотош үрнәк ул!


Пәйғәмбәрлек


Әлбиттә, һәр китабымды остазыма бүләк итә килдем, тулҡынланып баһаһын көттөм. “Автограф”, “Мөхәббәткә мәҙхиә”, “Йөрәк хаты”, “Әҙәм вә Һауа” исемле шиғри йыйынтыҡтарым уның күҙенән үтте, “Үҫәһең!” тигән хуплауына лайыҡ булды.
“Ағиҙел” журналы редакцияһына яуаплы секретарь булып эшкә күскәс, Мостай ағай менән йыш ҡына осрашырға тура килде. Ул, әҫәрен баш мөхәрриргә индереп биреү менән генә сикләнмәй, оло башын кесе итеп, минең янға ла инеп сығыр ине. Бер килке шулай уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы: “Әлдә Факиһа бар ошо ҡатта, сәй эсерҙе, исмаһам...” Журналдар ул саҡта Полиграфия комбинатының бишенсе ҡатына күскәйне, аяуһыҙ бейек, лифт юҡ, күтәрелгәнсе хәлең бөтә. “Мостай ағай, Факиһа баш мөхәррир бит, айырым бүлмәһе бар, мин дә уға кереп хәл алғылайым”, – тип аҡланырҙай булдым. “Бәй, шарттарың булмаһа, телең бар ҙа- баһа, әҙәп өсөн сәй тәҡдим иткән булыр инең, бешмәгән!” – эстән үҙемде шулай тип әрләнем. Тик башҡаса форсаты сыҡманы, махсус алып ҡуйған матур шәшкеләремдән һөйөклө өлкән ҡәләмдәшемә сәй эсерә алманым. Шул осорҙараҡ яҡташым Шәүрә Ғилмановала Мостай ағай менән ҡунаҡта булдым, ҡыҙы Әлфиә лә килгәйне. Шатлығым эсемә һыймай ултырҙым, ары-бире әңгәмәгә лә ҡушылғыланым. Минең өйөм юҡмы, һый тапмайыммы, тип дәртләнеп алдым да тағы сигендем, баҙнатым етмәне.
Мостай ағай минең булмышымды үтә кү­рә ине буғай. “Проза яҙырға уйың юҡмы?” – тип һорап та ҡуйғаны булды. Бәй, үҙем дә көт­мәгәндә, сәсмә әҫәр яҙып ташланым. “Йыртҡыс ҡаны” тигән повесым “Ағиҙел”дә донъя күргәс, остазым мөнәсәбәтен бел­дермәй ҡалманы: “Был бит роман, Гөлнур, повесть тип ҡуйғанһың, прозала көсөң бар, ташлама!” – тине. Ташламаным.
Әммә “Ҡа­тындар” тигән трилогия яҙырмын тип башы­ма ла килмәй ине әле. Ә бит Мостай ағай, был хаҡта алдан белгәндәй, әле ижадымдың башында уҡ, баяғы рекомендацияһында, һүҙмә-һүҙ ошолай тип яҙған дабаһа: “В стихотворениях Гульнур Якуповой я увидел лик планеты, имя которой Женщина”. Пәйғәмбәрлек түгелме? Дин әһелдәренән “дини сығанаҡтарҙа шағирҙарҙы пәйғәм­бәрҙәр менән бутамағыҙ тигән иҫкәртеү бар” тигәнде ишеткәнем булды. Юҡҡа ғына түгелдер был тыйыу.
“Ҡатындар”ҙы, Мостай ағай иҫән булһа, иң беренсе уның ҡулына тотторор инем дә – насип булманы шул! Трилогиям киң по­пу­лярлыҡ яуланы, ике тиражы тиҙ үк таралды, Мәҙәниәт министрлығының “Баш­ҡортостан Республикаһының иң уҡымлы китабы” тигән Дипломына лайыҡ булды. Пәйғәмбәрҙәй күргән остазыма етди ижади отчетым булды ул ғәмәлдә.


Рыцарь


Бөйөк әҙип, мәшһүр шәхес Мостай Кәрим­гә ҡарата мин, ҡатын-ҡыҙ заты булараҡ, ошонан да килешлерәк һүҙ таба алмайым. Башҡортса тап ҡына килгән ише юҡ һымаҡ был ҡылыҡһырламаның. “Ағиҙел”дә, әҙәбиәт йылғаһының ағышында 17 йыл эшләп ул­тырған, яҙыусы халҡын ярайһы яҡшы белгән кеше булараҡ, ир-ат ҡәләмдәштәремдең күпселеге беҙҙең заттың ижадына ихтирам менән ҡарай, тип әйтһәм, алдамам. Һүҙем Мостай ағай хаҡында. Ошо минутта ғына бер осраҡ иҫемә килеп төштө. Бер мәл, эштән ҡайтышлай, йәш шағирәбеҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙина осраны, Мостай Кәримдән рекомендация алырға тип барған да, өйҙә булмағас, китабын почта йәшнигенә һалған да киткән. “Алдан һөйләшкәйнем былай, ауылда йәшәйем бит, тағы ҡасан уны осратам, Мостай ағай аҡыллы кеше, аңлар, уҡыр әле”, – ти. Әлбиттә, уҡыған, талантын күргән, рекомендация биргән.
Ғөмүмән, иғтибарлы ине беҙҙең куми­рыбыҙ. Хәл белешеү, ҡайғы уртаҡлашыу уның өсөн тәбиғи ҡылыҡ булды. Зарема әхирәтем ҡапыл ҡаты сирләп китте. Дауаханаға ятты. Барып йөрөйөм, хә­ле бер ҙә яҡшырмай. Бер көн миңә Мостай ағай шылтырата: “Заремабыҙ һаман дауаханала икән, бергә барып киләйек әле”, – ти. “Союзда эшләгәнендә ул миңә бик иғтибарлы булды, бәлки, ярҙам кәрәктер”, – тип тә өҫтәне. Зарема уғата кеше йәнле булды, кемгә генә теймәгәндер уның изгелеге.
Мостай ағайҙың “Волга”һына ултырып 18-се дауаханаға барҙыҡ. Үҙе рулдә. Барып еткәс, башта һин инеп сыҡ, бәлки, процедуралалыр, тине. Ике көн күрмәгәйнем, шул ара­ла әхирәтемдең хәле ныҡ насарланған, бүлмәһендәге шәфҡәт туташы мине ҡыуып тигәндәй сығарҙы, бер кем дә килеп йөрө­мәһен, тип асыуланды. Мостай ағайға һөйләп бирҙем дә илап ебәрҙем. Йүнәлеп китһә, мөғжизә була инде, тинем. Мөғжизә булманы. Башҡорт әҙәбиәтенең һоҡланғыс вәкилдә­ре­нең береһе Зарема Әхмәтйәноваға 47 генә йәш ине. Мостай ағай уға тип сувенир китап килтергәйне, миңә бирҙе, тапшы­рырһың, тип. Балаларына тапшырҙым.


Мостай йыһанында


Том-том әҫәрҙәр ижад итеү, халыҡ менән аралашыу, радио-телевидение аша сығыш яһау араһында ҡайҙан ваҡыт тапҡандыр, ҡәләмдәштәремдән “ҡулъяҙмамды Мостай ағайҙан уҡытып алдым әле”, “Мостай ағай яңы китабымды уҡыған, шылтыратты” тигәнде ишетеп ғәжәп итә инем. Әйткәндәй, һирәк кенә миңә лә шылтыратҡаны булды. Берҙән-бер көндө шулай: “...Һин әле ҡайҙаһың, беҙҙең һымаҡ ябай әҙәмдәр йыһанындамы, әллә тылсымлы берәй тарафтамы?” – ти, көлөмһөрәгәне һиҙелеп тора. Аңлап торам инде, минең “Төш юрау китабы” авторы икәнлегемә ишаралауына. “Мин – Мостай йыһанында”, – тигәйнем, етди генә тауыш менән: “Улайһа, бына юра әле”, – тип төшөн һөйләне. Яҡшыға юраным.

Барлай башлаһаң, иҫтәлекле минуттар күҙ алдына теҙелеп килеп баҫа... Олпат йәше, ҙур исемдәре Мостай ағайға ябай, кеселекле шәхес булып ҡалырға ҡамасау­ламаны. Юмор тойғоһо, тиң күреп һөйләшеү ғәҙәте күңелде иретә, яҡты эҙ ҡалдыра ине. Мәҫәлән, шағирә Тамара Ғәниева менән БДУ-ға осрашыуға барғанбыҙ, икебеҙ ҙә йәшел төҫтәге костюм кейгәнбеҙ, һөйләшеп ҡуйғандай. Яныбыҙға Мостай Кәрим килеп туҡталды, сәләм бирҙе лә: “Һеҙгә ҡарап шиғыр тыуҙы, ҡағыҙ булһа, яҙып бирер инем”, – тип йылмайҙы. Сумкамда “Йөрәк хаты” тигән китабым ята ине, шуны сығарып тотторҙом. Ағайыбыҙ шаярта икән, тиһәк, ысынлап та, яҙып бирҙе.
Ә “йыһан”ға килгәндә, Мостай ағайҙың 80 йәшлек юбилейына “Аҡбуҙат” журналына, “Мостай йыһанында” тигән баш ҡуйып, кескәйҙәргә төбәп мәҡәлә яҙғайным. Уның яҡты йыһанында, ул васыят иткәнсә, Ерҙең ҡояшлы яғында оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын киләсәк быуындарға.
Иманым камил, уның менән бер йыһанда, бер орбитала – ижадта күрешеүҙәрем өсөн яҙмышыма сикһеҙ рәхмәт.
Читайте нас