Бүтәндәргә насарлыҡ эшләһәң, үҙеңә кире әйләнеп ҡайтҡанлығын Мырҙабай ҡушаматлы бесәй белмәй. Өҫтәлдәге мискәнән рәхәтләнеп ҡаймаҡ урлап ашап, сысҡандар баҫтырып, ихаталағы себештәрҙе ҡурҡытып, үсекләшеп йәшәп ятҡанында, бер көн бәлә килә.
Ниндәй тиһегеҙме? Сер. Уны моңло итеп йырлаған, күңелле итеп шаяра белгән Сысҡанбикә, Йылтыргүҙ исемле үтә ябыҡ сысҡандың балалары, дискотеканан ҡайтып инмәгән Көлтәғойроҡ әтәс һәм был ауылда йәшәгән тағы ла күп йорт хайуандары асыр.
Уларға ярҙамсылар ҙа кәрәк: мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс мәктәп уҡыусыларының был эштәрҙе бик оҫта атҡарып сығыры билдәле. Ни өсөн тигәндә, драматург Зөһрә Фәйзуллина “Р”һыҙ ҡалған Мырҙабай” пьесаһын бәләкәстәр теле менән яҙған. Ул Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла шундай шаян, матур тел менән күңелле күренештәр эсендә күрһәтеләсәк.
Премьера 25, 26 сентябрҙә 11.00 сәғәттә була.