Әлеге минуттарҙа Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейында батырҙың хәтер көнөнә арналған сара бара.
Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы уҡыусылары батыр, шағир, сардар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләй.
Баһалама ағзалары - ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер Наилә Сәфәрғолова, батырҙың нәҫеле Виктор Хәкимов, яҡташы Әлтәф Ғәйфуллин, шағирә Лариса Абдуллина.