Фойела ҡул оҫталары, предприятиелар етештергән әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Улар араһында Таштимер ауылынан халыҡты буҙа менән һыйлаған Гөлшат менән Айҙар Йәркәевтәр иғтибарҙы айырыуса ныҡ йәлеп итте. Улар үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында етештергән балыҡ, ҡаҙы, тауыҡ, ҡаҙ ҡаҡлап һатыуға алып килгән. Шулай уҡ халыҡҡа ҡыҙыл эремсек, буҙа, ҡорот тәҡдим иттеләр.
"Ошондай сараларҙа йыш ҡатнашабыҙ. Магнитогорский ҡалаһында уҙған һабантуй байрамында ла булдыҡ", – ти хужабикә. Әйткәндәй, улар байрамға кейеп килгән милли кейемде лә Гөлшат Йәнекәева үҙе теккән.