Ваҡыт тәгәрмәсе һәр саҡ алға тәгәрәй, уның әйләнеше менән бергә бар донъя үҙгәрә, техника камиллаша, хатта өр-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Блоггерҙар хаҡында ла ун биш йыл элек һөйләй башлағайнылар. Донъяла хәҙер ике миллиардтан ашыу ошо һөнәр эйәһе бар. Улар онлайн-көндәлек, “блог” алып бара һәм унда уй-фекерҙәрен, тормошондағы хәл-ваҡиғаларҙы даими теркәй. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ, матурлыҡ һәм башҡа бик күп темалар буйынса видеороликтар төшөрәләр.
Башҡортостанда ла блоггерҙар байтаҡ. Светлана Насирова-Сөләймәнова менән дә күптәрегеҙ таныштыр, моғайын. Уның күңел түренән сыҡҡан яҙмалары бер уҡыуҙан хәтерҙә уйылып ҡала. Тиккә генә, йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә, тип әйтмәйҙәр икән. Ул башта интернетта яҙышыуҙы үҙ диуарында башлаған. Шул уҡ ваҡытта уның уй-фекерҙәре күптәрҙе йәлеп иткән. Светлананың яҙмаларын билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова ла уҡып барған һәм “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә саҡырған.
– Ойошмабыҙҙың рәсми төркөмө асылғас, “Ашҡаҙар – моңло радио” төркөмөнә саҡырҙылар. Уны лайыҡлы кимәлгә күтәргәс, “Ҡурай-ТВ” төркөмөнә алдылар, – ти Светлана Насирова-Сөләймәнова.
Хәҙер, гәзит уҡыусылар, үҙегеҙ шаһитһығыҙ: был ике төркөм дә юғары кимәлдә, үҙ форматында уңышлы эшләй.
– Халыҡ виртуаль хеҙмәтте етди ҡабул итә һалмай. Интернет – ул иреклек, сикһеҙлек донъяһы. Төрлө кеше, төрлө фекер, төрлө кимәл бар. Әммә кешеләрҙең психологияһын белеү, тапшырыуҙарҙы мәҙәниәтле һәм зауыҡлы алып барыу шуға торошло контингентты тупларға ярҙам итә. Фәһемле фекер алышыуҙар, комментарийҙарға зыялы шәхестәрҙе йәлеп итеү төркөмдөң абруйын күтәрә, әүҙемләштерә, халыҡҡа рухи аҙыҡ һәм аҡыл сығанағы бирә, – тип Светлана үҙ эше менән уртаҡлаша.
Блоггерҙарҙың да төрлөһө була. Бер йыл һуҙымында ғына халыҡ иғтибарын үҙенә йүнәлтә алғандары ла, көндән-көн үҙенең диуарына туҡтауһыҙ кеше йәлеп итеүселәр ҙә бар. Халыҡ уларҙың яҙма-видеоларын көтөп ала. Өҫтәүенә үҙ тормошо, тәжрибәһе, яңылыҡтары менән уртаҡлашырға теләүселәр бихисап.
Светлана Насирова-Сөләймәнова – ана шул халыҡ һулышын, йәшәйешен, хатта бар булмышын тойоп эшләгән блоггерҙарыбыҙҙың береһе, тиһәм, һис хата булмаҫ. Уның быға ҡасандыр конкурста ҡатнашып, “Иң шәп башҡорт блоггеры” исеменә лайыҡ булыуы дәлил.
– Шуныһы бар: интернет энергияны һура. Рәсми төркөмдә эшләгәс, һәр яҙманы күҙ уңында тоторға тура килә. Шуға күрә унда ял да, байрам да, эш режимы ла юҡ. Барыһын да көнө-төнө контролдә тоторға тейешһең. Ғөмүмән, интернет хеҙмәте үҙе лә тәртипкә килтерелеп бөтөлмәгән әле, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша билдәле блоггер.
Мәҡәлә башында замандың алға тәгәрмәс кеүек туҡтауһыҙ тәгәрәүе хаҡында яҙғайным. Шулай итеп, теләйбеҙме-юҡмы, халыҡ бөгөн, нигеҙҙә, интернет аша мәғлүмәт эҙләй. Шуға ошо сығанаҡты бер нисек тә файҙаланмайынса булмай. Светлана ла интернетты реклама, анонс, афиша майҙаны итеп ҡулланыу кәрәклеге хаҡында әйтә.
– Нисек кенә бәхәсле булмаһын, интернет – иң беренсел мәғлүмәт сараһы ул. Унда эшләгән журналистар ҙа алданыраҡ бара. Дөрөҫ юлды таба белеү генә көс! Үҙем был эш менән декрет ялы ваҡытында шөғөлләндем. Артабан ниндәй йүнәлештә эшләрмен, әлегә әйтә алмайым, – тип пландары менән уртаҡлашты Светлана Насирова-Сөләймәнова.