Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Сентября 2019, 10:15

Фәрит ӘХМӘҘИЕВ: "Шиғырҙарым – йән тыуҙырған доға"

БашҡортостанСәскә ат, республикам Башҡортостан,Тыуған ерем – сал Уралҡай!Халыҡ теләге менән ирек яулаған,Дуҫлыҡ моңон йырлаһын ҡурай!

Башҡортостан


Сәскә ат, республикам Башҡортостан,

Тыуған ерем – сал Уралҡай!

Халыҡ теләге менән ирек яулаған,

Дуҫлыҡ моңон йырлаһын ҡурай!


Ҡояшлы илем – Башҡортостан,

Бөтә донъяға яңғыраһын дан!

Яҡшы дуҫтарҙы төрлө илдәрҙән

Ҡаршы ал өс төҫлө флаг менән!


Бөтә халыҡтар ҙа дуҫлыҡта йәшәр,

Балалар ҙа иманда үҫер!

Беҙ эшләрбеҙ, хеҙмәт итербеҙ бергә

Уртаҡ Ватанға. Бөтә Рәсәйгә!


Ҡояшлы илем – Башҡортостан,

Ҡөҙрәтең таратһын донъяға дан!

Азатлыҡ бирҙе халыҡ теләге,

Көн һайын сәскә ат, илебеҙ!


Торатау


Торатауҙы Тәңре тыуҙырған,

Дингеҙ төбөн ҡоротҡан.

Ағиҙел буйы борондан

Башҡорт яланы булған.


Торатауҙы тархандар яҡлаған,

Дошмандарҙан яуҙа һаҡлаған.

Тау башында уҙаман

Тәңрегә ҡорбан салған.


Тархандар илендә Торатау –

Тәңрегә мәңге маҡтау.

Торатауҙа ата таң,

Ишетелә беҙҙең оран!


Юрматы


Һаҙаҡта беҙҙең уҡтар,

Ҡанатлы беҙҙең аттар.

Киң далала көтөүҙәр

Иркен генә йөрөйҙәр.

Изге Юрматы халҡы

Йәшәй бәхетле бында.

Беҙҙең бөйөк юлбашсы

Ята бейек ҡурғанда.

Дошманды еңдек яуҙа,

Яҙмыш бит беҙҙең ҡулда.

Алыҫ торған һарайҙан

Яһаҡ йыйҙыҡ беҙ йыл да.

Батыр ата-бабанан

Киң таралды беҙҙең дан.

Һайман кейҙек ҡоростан,

Күкрәктә – алтын болан.

Үтте күпме замана –

Юғалманыҡ далала.

Әҙер беҙ һуңғы яуға –

Тәңре ҡушһа ир-атҡа.

Һаҙаҡта беҙҙең уҡтар,

Дағалы беҙҙең аттар.

Алға өндәй беҙҙе юлдар –

Изге ырыу юрматылар!


***

Рәхмәт әйтәм минең дошмандарға,

Көн дә доға ҡылам мин уларға.

Мине улар тырышты яндырып,

Мин үҙемдән ҡылыс алдым һуғып.

Дошманды үҙем дә алдым табып,

Яуҙа ҡылыс менән һалдым ҡырып.


Яраларымдан аҡты ҡыҙыл ҡан,

Мине Аллаһ тыуҙырҙы яңынан.


Үлһәм дә яңынан торҙом тыуып,

Күктән шиғырҙар төштө ҡойолоп.


Язаландым иманһыҙлыҡ өсөн,

Исемеңде маҡтайым мин бөгөн.


Үҙемә кеүек Һиңә ышанам,

Һине һөйөп бөгөн шиғыр яҙам.


Шиғырҙарым – йән тыуҙырған доға,

Һин мөртәтлек тырышма табырға.


Мөхәббәт булды минең иманым.

Мөхәббәтем – йәнем, тәнем, ҡаным.


Дошман уйламаған да белмәгән,

Минең көсөм Мөхәббәттә икән.


Мине еңеп булмай шуның өсөн,

Мин китһәм дә, йәшәр тере көсөм.


Үтәләсәк һәр саҡ минең теләк,

Был донъя – миңә бирелгән бүләк.


Нимә теләйем – барыһын табам,

Мин бит һөйгән балаң Һинең, Аллам!


Фәрештәләр баҡсаһы


Төштәремдә күргән ожмах микән

Һин үҫтергән алма-баҡсалар?

Фәрештәләр ҡанат ҡаҡҡан микән –

Ап-аҡ сәскә атҡан ағастар?


Минең тәндә шағир ҡаны аға,

Ҡоштар юлы буйлап осамын!

Минең йәнде изге йондоҙ саға,

Күк күкрәтеп шиғыр ҡоямын!


Һинең сихри йәшел күҙҙәреңдә

Йәшәй ерҙә булған мөхәббәт.

Минең йырҙы ишет тылсым төндә,

Бергә дауам итһен сәйәхәт!


Һөйөү көсөн тойҙом йөрәгеңдә,

Күңелемдә тынды йәрәхәт.

Минең моңом уйнай иренеңдә –

Ожмахта ла юҡ бындай рәхәт!


Йыр


Йыраҡта булһам да, яратам мин,

Йәшел күҙҙәреңде һағынам.

Илама, һөйгәнем, илама һин,

Йәш түкмә, яҙ килгәс, мин ҡайтам.


Йыраҡта-йыраҡта мин һинән,

Ләкин мине һөйөү йылыта.

Һинең йәшел күҙҙәр бейектән

Яҡты йондоҙ булып йырлата.


Йөрәкте ярып сыҡҡан йырым

Йыраҡтан йәнеңде яндыра.

Йылмайһаң бейектән, матурым –

Ялҡының йәнемде яҡтырта.


Йыраҡта-йыраҡта мин һинән,

Ләкин мине һөйөү йылыта.

Һинең йәшел күҙҙәр бейектән

Яҡты йондоҙ булып йырлата.


Бер ҡарашың


Бер ҡарашың минең йәнде саҡты,

Тәндәремдән үтте тулҡын булып.

Йөрәгемде йырым ярып сыҡты,

Ялҡын булып, төндө яҡтыртып.


Яратыуың сумдырҙы мине утҡа,

Мин яңынан тыуҙым утта янып.

Беҙ бер бөтөн булып килдек барлыҡҡа,

Беҙ хәҡиҡәт таптыҡ, бер тән,

бер йән булып.
Читайте нас