Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентября 2019, 14:22

35-тә генә өйләнермен тип йөрөй инем...

"Яратыу, мөхәббәт хистәре лә ҡабынырға өлгөрмәй ҡалды. Никах көнөндә лә әле "Минең кешеме икән һуң ул?" тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәне".

Фото: tulachi.ruФото: tulachi.ru
Фото: tulachi.ru
22 сентябрҙә йәш йырсылар Зинира менән Ризат Рамаҙановтарҙың туй көнө булған икән!
Йырсы ғаиләне матур байрамы менән ҡотлайбыҙ! Йырсылар инстаграмда ете йыл элек төшкән туй фотоларын урынлаштырған.
"Ете йылдың уҙып киткәне һиҙелмәне лә. Зинира, рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә, ҡыҙыбыҙҙы иҫән-һау үҫтереп, уға тағы бер иптәш алып ҡайтып, сөкөрҙәшеп кенә йәшәргә яҙһын!" – тип яҙған Ризат үҙ битендә.
Йәштәрҙең бергә йәшәй башлауы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан.
“Мин урта мәктәпте тәмамлағас, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының театр факультетына уҡырға индем. Ләкин бер йылдан һуң ҡыҙыҡһыныуым бөттө һәм Шәмси ағай Закиров ярҙамы менән Салауат Зәки улының төркөмөнә күстем.
Зинира менән танышыуыбыҙ ҙа шунда булды. Тәүге йылдарҙа төркөмдәш булараҡ ҡына аралаша инек, ә һуңғы курстың май айында йышыраҡ һөйләшә башланыҡ. Ул саҡта миңә атай-әсәй Ҡазанда 17 квадрат метр майҙанлыҡ бүлмә алып биргәйне. Бер ай ныҡлы аралашып йөрөгәндән һуң Зинираға: "Әйҙә, әллә яҙылышмай ғына йәшәп ҡарайбыҙмы?" – тип тәҡдим иттем. Ни өсөн тигәндә, тиҙҙән уҡыу бөтәсәк һәм Зинира ла Башҡортостанына ҡайтып китергә тейеш ине.
Шунан һуң мин уны ауылға, атай-әсәй менән таныштырырға алып ҡайттым. Ләкин ул ваҡытта ла әле күңелдә мөхәббәт хистәре бөрөләнмәгән, етди уйҙар, пландар ҙа юҡ ине. Атай-әсәй уны бер күреүҙә үк оҡшатты... Ә ауылға ҡайтып килгәндән һуң үҙемдең күңелдә лә нимәлер үҙгәрҙе. Зинира Башҡортостанға ҡайтып китһә, үкенескә ҡалмаҫмы, тип тә уйлай башланым.
Беҙгә диплом тапшырғанда уның атай-әсәһе лә килде. Улар барыһы менән бергә ҡайтып китергә йыйынғанда, һаубуллашҡанда тамаҡҡа төйөн тығылды ла, Зинираға: "Мин һине ҡайтып алырмын, моғайын", – тинем. Ҡыҙҙың ата-әсәһе иһә: "Йәшәргә уйлайһығыҙ икән, бары тик никах уҡытып ҡына", – тип икеле-микеле уйҙарға урын ҡалдырманы.
Шунан һуң бер көн ҡайттым да: "Әсәй, нимә эшләйем икән һуң?" – тинем. Ул: "Никах уҡытайыҡ", – тигәс, Зинираға шылтыратып был турала әйттем. 35 йәш тирәһендә генә өйләнермен, тип йөрөгән еремдән пландарым бына шулай 180 градусҡа боролдо ла ҡуйҙы.
Егет-ҡыҙ булып аралашыуыбыҙ ҙа ни бары ике ай ғына булды бит. Яратыу, мөхәббәт хистәре лә ҡабынырға өлгөрмәй ҡалды. Никах көнөндә лә әле "Минең кешеме икән һуң ул?" тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәне, – тип иҫкә ала мөхәббәт тарихтарын Ризат.
Һөйөүҙәре һүнмәһен-һүрелмәһен, бәхеттәре ташып торһон!
Читайте нас