Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентября 2019, 13:57

Губернатор ҡотланы

Һарытау өлкәһендәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә ҡатнашыусыларға губернатор Валерий Радаев тәбрикләү сәләме еткерҙе.

Фото: googleФото: google
Фото: google
Һарытау өлкәһендәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә ҡатнашыусыларға губернатор Валерий Радаев тәбрикләү сәләме еткерҙе.
Уның ҡотлау хатын эске сәйәсәт һәм өлкә йәмәғәтселеге эштәре министры Наталья Трошина уҡып ишеттерҙе.
“Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр – ҡәҙерле төшөнсә. Өлкә-ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу – яҡшы күренеш. Бынан 100 йыл элек Башҡорт автономияһы төҙөлөүе үтә тарихи һәм әһәмиәтле ваҡиға булараҡ билдәле.
Һарытау менән Башҡортостан араһының нығыныуы тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре тыуҙырасаҡ, һәм ул илебеҙҙәге халыҡтарҙың сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк", – тиелә хатта.
Читайте нас