Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентября 2019, 05:13

"Ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине"

"Батырҙарҙы данлар илем бар" нисек яҙылған?

Фотолар Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.Фотолар Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Фотолар Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Сибай ҡала үҙәк китапханаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев менән осрашыу үтте.
Кисәлә китап һөйөүселәр һәм студенттар ҡатнашты. Сара Сибай театр-концерт берекмәһе ижади миҙгелен асҡан "Батырҙарҙы данлар илем бар" мюзиклы хаҡында фекер алышыу менән башланды. Уның сценарий авторы ла – Наил Ғәйетбаев.
Әҙип Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был сара сценарийын нисек яҙыуы, ниндәй тарихи ваҡиғаларға таянып эш итеүе хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң танылыу тапҡан “Бабич” романы буйынса ла фекер алышыуҙар булды.
Әҙип менән осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды: һүҙ ҡәҙерен арттырған, яҙыусы абруйын күтәргән, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән бындай кисәләрҙең йышыраҡ үтеүен теләп таралаштылар.
Читайте нас