"Йәш ярымғаса ныҡ илағанмын". Шулай тип иҫкә ала бала сағын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин.
"Бала сағымды иҫкә алһам, көлгө лә, илағы ла килеп китә, – ти ул "Аманат" журналына биргән әңгәмәһендә. – Рәхәтләнеп ял иткәнгә, уҡығанға ҡарағанда ең һыҙғанып эшләгән ваҡыттарым күберәк булды, шикелле. Йәш ярымғаса ныҡ илағанмын. Илаҡлығым сәбәпле хатта әсәйем менән дауаханала ла ятып сығырға тура килгән. Шул мәлдә үк табиптар әсәйемде: “Күп илаған баланың үпкәһе ҙур булып үҫешә. Йырсы булып китер әле малайығыҙ”, – тип шатландырып сығарған.
Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән осорҙа уҡ үҙ алдыма көйҙәр көйләп, отоп алған йырҙарҙы башҡарып йөрөй торғайным. Балалар баҡсаһына барғансы тик башҡортса ғына һөйләшкәс, коллективка өйрәнеп китеү, икенсе телдә һөйләшә башлау бик ауырға тура килде, әммә бирешмәнем.
Йәйен Ғафури районының Ҡауарҙы ауылына ҡайтҡан һайын атайым менән икәүләп ағас ҡырҡыу, утын ярыу, хужалыҡ әйберҙәрен йүнәтеү менән шөғөлләндек, ҡулымдан килерҙәй бар эште йәштән үҙ елкәмә алдым тиһәм дә хата булмаҫ. Үҫә килә тағы бер һәләтем асыла башланы (көлә). Әсәйемдең ашарға бешереүҙә уң ҡулына әйләндем. Төрлө тәмлекәстәр бешереү, баллы торт, салаттар әҙерләү, уларҙы үҙенсәлекле итеп биҙәү һәр саҡ миңә ышанып тапшырылды.
Ғаиләлә ике бала үҫтек. Ни ғәжәп: бына Регина апайым аш-һыу тирәһендә булышырға яратманы. Әлеге көндә лә ошо һәләтемде юғалтмағанмын, ваҡыт булһа, бешеренеүҙән баш тартмайым".