Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2019, 20:28

Яҡут режиссеры “Ай тотолған төндә”не ҡуя

Ул әҫәр менән яҡшы таныш булған, ҡасандыр спектаклдә Дәрүиш ролен уйнаған.

Фотолар Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе сайтынан.
Фотолар Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе сайтынан.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштереүгә тотондо.


Легендар әҫәрҙе Рәсәй кимәлендә билдәле режиссер, “Алтын битлек” премияһы лауреаты Сергей Потапов сәхнәләштерә. Ул сығышы менән Яҡутстандан. Әйтеүенсә, был әҫәр менән яҡшы таныш булған, ҡасандыр спектаклдә Дәрүиш ролен уйнаған.


Әле артистар драма әҫәрен уҡый, режиссер ролдәрҙе бүлеү өҫтөндә эшләй. Спектаклдең премьераһы 31 октябрҙә буласаҡ.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ижади мөхит гөрләп тора. 26 сентябрҙә коллектив шаулап-гөрләп 29-сы ижад миҙгелен асып ебәрҙе. Был көндә тамашасыларға Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы тәҡдим ителде.
Читайте нас