Сибайҙа мөнәжәтселәрҙең VII төбәк-ара бәйгеһе үтте.
Сибай ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, Сибай сәнғәт колледжының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Рәсәй рухы” Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина тарафынан ойошторолған төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы быйыл етенсе тапҡыр үтте.
Сарала республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән 257 кеше ҡатнашты. Уларҙың яртыһынан күбеһе конкурста сығыш яһаһа, күптәре мөнәжәт, нәсихәт өйрәнергә килгәйне. Башҡа йылдарҙан айырмалы, теләгәндәр өсөн мөнәжәт, нәсихәт әйтеү серҙәре, уларҙың ниндәй жанрға ҡарауы, башҡарыу оҫталығы, дини темаға ҡараған мөнәжәт һәм нәсихәт башҡаларҙан ни яғы менән айырылыуы, ҡобайыр әйтеү алымдары хаҡында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ижад лабораторияһында сәсәниә Асия Ғәйнуллина, башҡорт халыҡ ижадына ҡараған ауыҙ-тел өлгөләрен донъя кимәленә сығарыусы булараҡ та үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Фекер алышыуҙа һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды, шунда уҡ мөнәжәт, ҡобайыр әйтеп ҡараны, үҙ хаталарын танып, ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙе. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбенең сертификаты тапшырылды.
Билдәле ғалим-фольклорсы Кирәй Мәргәндең “Башҡорт халыҡ ижады” китабына күҙ һалғанда, мөнәжәт тәбиғәте, йәшәү формаһы менән бәйеткә яҡын. Ул күбеһенсә дини темаларҙы сағылдырған һәм мотлаҡ рәүештә көйләп башҡарыла торған булған. Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын ошо жанрҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү. Бәйге шарттарына ярашлы, быйыл конкурс мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса билдәләнде. (Авторҙан – Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан сүрәләр көйгә һалынып тәҡдим ителде).
Бәйге Сибай сәнғәт колледжының вокал төркөмө башҡарыуында “Ла-илаһи-илла-ла” мөнәжәте (етәксеһе – Гөлсинә Ҡудашева) менән башланып, рухиәтебеҙҙе байытҡан, күңелдәрҙе нурлаған сауаплы күркәм кисәгә әйләнде. Шуныһы ҡыуаныслы: быуындан-быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижадының онотола барған өлгөләрен ҡасандыр үҙҙәре өләсәй-әсәйҙәренән ишетеп, отоп алған туҡһанынсы тиҫтәне ашатлаған инәйҙәр менән бергә урта быуын ҡатын-ҡыҙҙары, бигерәк тә йәштәрҙең һәм балаларҙың сәхнәгә сығып, мөнәжәт башҡарыуы һәм нәсихәт әйтеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Конкурсҡа йыл һайын тиерлек ҡатнашҡан, мөнәжәт башҡарыусылар мәктәбен үткән, хәҙер үҙҙәре үк ныҡлы нигеҙгә таянып эш иткән Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Белорет райондарынан килгән конкурсанттар менән бергә тәүге тапҡыр бәйгегә ҡатнашырға йөрьәт иткән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан “Кәүсәриә” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Ишембай, Ғафури, Архангел райондарынан килеүселәр үҙҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә сәнғәт мәктәбен үтте тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ, ахыры. Улар ысын мәғәнәһендә мөнәжәт өлгөһөн күреп һоҡланды, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләрен тыңланы, нәсихәттәрҙе ишетте.
Конкурста ҡатнашыусылар араһында иң оло бәйгесе Йылайыр районы Матрай ауылынан 90 йәшлек Сәрүәр Насырова булһа, иң йәше – Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан алтынсы класс уҡыусыһы Рәсим Ишмырҙин. Сәрүәр инәй әйтеүенсә, ул 85 йәшендә мөнәжәтселәр конкурсында ҡатнашҡан, бәйгенең тағы булыуы хаҡында ишеткәс тә йәнә килергә дәрт иткән. “Ҡыҙым, минең нәсихәттәрем бик боронғо, шуға күрә йәш быуын ишетеп ҡалһын, белһен, өйрәнһен, отоп алһын тигән ниәттән килдем”, – ти. Әйткәндәй, Йылайыр ағинәйе “Нәсихәт” номинацияһында беренсе урынды яуланы.
Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан 80 йәшлек Зөбәйлә Зарипова бик боронғо мөнәжәтте башҡарҙы һәм лайыҡлы рәүештә “Мөнәжәт” номинацияһында беренселекте алды. Ишембай ҡалаһынан 85 йәшлек Рәйлә Ҡулмурзинаға “Сүрә” номинацияһында тиңләшеүсе табылманы. Ә коллективтар араһында Белорет районынан “Үткәл” фольклор ансамбле гран-при алһа, яңғыҙ башҡарыусылар араһында иң-иңдәр исеменә Хәйбулла районы сәсәне, ҡурайсы һәм йыраусы Илдар Юнысов лайыҡ булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР мәғариф отличнигы, райондың “Түңгәүер” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илдар Юнысов Хәйбулла сәсәне, дала йырсыһы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев башҡарыуында бик күп мөнәжәттәрҙе өйрәнеп ҡалған. Тап шуларҙы ул баһалама ағзаларына тәҡдим итте.
Беренсе урынды яулаған Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан килгән “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Әлфиә Тләүшина әйтеүенсә, улар мөнәжәт башҡарыусылар конкурсына етди әҙерләнеп килгәндәр: “Тәүге тапҡыр ҡатнашмайбыҙ. Һәр саҡ яңы мөнәжәт, нәсихәттәр өйрәнеп алып киләбеҙ. Конкурс бик оҡшай, дини нәсихәттәрҙе Ҡорбан ашы, Рамазан айҙарында төрлө дини саралар үткәргәндә, мәжлестәрҙә башҡарабыҙ”.
Шулай уҡ тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, Магнитогорск ҡалаһы ҡунаҡтары ла бик матур сығыш яһаны. “Кәүсәриә” мөнәжәтселәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ағзаһы Әҡлимә Ғөбәйҙуллина ошоға тиклем Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Мөнәжәтселәр” конкурсында ҡатнашыуҙары хаҡында белдерҙе. “Башҡортостанға беҙ башҡаларҙан өйрәнергә, кәңәш алырға, уларҙың сығыштарын күрергә килдек. Ысынлап та мөнәжәттең яңы өлгөләре менән таныштыҡ, халыҡтың был жанрға өҫтөнлөк биреүен күрҙек, сүрәләр тыңланыҡ. Конкурс бик оҡшаны”, – ти.
Бөтә бәйгеселәргә лә һәр саҡ конкурсты матди яҡтан күтәреп алған, уға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Өфө ҡалаһынан “Башбланкиздат” ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Әлибаева, Сибайҙан шәхси эшҡыуар Айбулат Уразбахтин һәм Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ яҡты йөҙ һәм йылы мөхит тыуҙырған Сибай сәнғәт колледжы коллективына һәм уның директоры Азат Ҡамбулатовҡа ла ҙур рәхмәтле бәйгелә ҡатнашыусылар.