Өфөләге “Торатау” конгресс-холында клуб учреждениелары директорҙарының II Бөтә Рәсәй съезы уҙғарылыуы тураһында гәзитебеҙҙең сайтында хәбәр ителгәйне инде. “Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектына нигеҙләнеп үткәрелгән был сараны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлыҡтары, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.
Съезға илдең 60 субъектынан 200-ләгән кеше килгәйне. Делегаттар һәм ҡунаҡтар пленар ултырыш алдынан Ҡырмыҫҡалы мәҙәниәт һарайын һәм шул уҡ райондағы Шайморат ауыл мәҙәниәт йортон барып ҡараны.
Артабан “Торатау”ҙа улар Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилованың, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрованың, Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ольга Казакованың, Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртованың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡованың сығыштарын тыңланы.
Сарала клуб учреждениеларының киләсәк эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың съезға сәләмен уҡып ишеттерҙе һәм киләһе йылда республикабыҙҙа үткәреләсәк VI Бөтә донъя фольклор фестивале алдынан клуб директорҙары йыйынының бөтә ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне .
– Был форум киң таралған һәм халыҡ өсөн кәрәкле булған мәҙәни-ағартыу учреждениелары селтәре етәкселәрен йыйҙы, – тине парламент етәксеһе. – Беҙ клуб учреждениеларының хәҙерге замандағы эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса төп проблемалар буйынса фекер алышыуҙы көтәбеҙ, Башҡортостандың иң яҡшы клубтары менән танышасаҡбыҙ. Бер үк майҙансыҡта ҡыҙыҡлы тәжрибә менән уртаҡлашыу, файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу мөмкинлеге бик мөһим.
Икенсе көнө тематик секциялар һәм Бөрө ҡалаһында “Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларының мәҙәни үҫеш үҙәктәре” темаһына күсмә ултырыш үткәрелде. Делегаттар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейына, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, “Башҡортостан — Евразия йөрәге” концертына барҙы.
Съезд барышында бер нисә күргәҙмә ойошторғайнылар: “Бөтә донъя фольклориадаһы”; “Башҡортостан Республикаһының күп функциялы ауыл клубтары”; “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу; “Мостай Кәримдең 100 йыллығы”. Шулай уҡ республикабыҙҙың биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының эштәре тәҡдим ителде.