Юҡ һөнәре юҡ был ҡыҙҙың. "Ҡорос" халыҡ театры артисы ғына түгел, уның етәксеһенең уң ҡулы, йәш көстәргә сәхнә оҫталығы серҙәрен төшөндөрөүсе лә, "Шоңҡар" республика йәштәр журналының һәләтле, оператив, журналистикала тәүге аҙымдарын яһауға ҡарамаҫтан, үткер ҡәләмле хәбәрсеһе лә ул Динә Солтанова. Ә шулай ҙа мин үҙен иң тәү сиратта яңы тауышлы, өмөтлө шағирә булараҡ беләм.
Бынан биш йыл самаһы элек үҙем уҡыған БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында әүҙем эшләп килгән "Тулҡын" әҙәби берекмәһенә яңы көстәр килгән мәлдә, бер ҡыҙ эй ихлас итеп шиғыр уҡыны. Үҙе лә, яҙған шиғыры ла тетрәндерҙе, иҫтә ҡалды, уйға һалды, яңылыҡ булып яңғыраны. Ни эшләп исемен иҫтә ҡалдырмағанмындыр, саранан һуң берекмәнең чатына яҙам: "Шул-шул ҡыҙҙы табығыҙ әле миңә!" Ошо рәүешле булды беҙҙең танышыуыбыҙ. Аҙаҡ Динәнең, үҙенсәлекле ижадсы булыуынан тыш, тоғро дуҫ, намыҫлы, өлгөр, тырыш ҡыҙ булыуына инандым.
Кисә Динәнең "Һиңә" тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте. Ике тиҫтәне генә ваҡлауына ҡарамаҫтан, тормошҡа фәлсәфәүи баҡҡан, тәрәндән фекер йөрөткән ҡәләмдәшемә тиҫтәләгән пар күҙ һоҡланып баҡты. Әсәй, туғандар, мөхәббәт, үҙ-үҙеңде эҙләү, һуш китеп тормошто яратыу – ошондай тәү ҡарашҡа ябай, әммә мәңгелек булған ҡиммәттәрҙе шиғырҙары аша һөйләне беҙгә Динә, тағы бер тапҡыр ғүмерҙең бер генә булыуын, һәр нәмәнең ваҡытында ҡәҙерен белергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
Уны ҡотлаған һәр кемдең йылы һүҙҙәре шағирәнең ысын-ысынында тулы ҡанлы тормош менән ҡайнап, янып йәшәүен, улай ғына түгел, кешелеккә файҙа килтерергә ашығыуын, туған телен, илен, ерен, халҡын яратыуын иҫбат итте. Ҡарап тороуға үҙе бала кеүек кенә, ә йөрәгенә күпме ғәм һыйған!
"Һиңә" тинең дә һәр йөрәккә йылы өләштең. Был йылы һин Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға киткәс тә һүрелмәйәсәк.