Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Октября 2019, 13:21

Ил улы бит ул!

Мөнир Иҡсанов 1984 йылда Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалын тамамлай. “Яйыҡ”, “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәре хәбәрсеһе була. Әле ул тыуған яғында Миндәк урта мәктәбендә туған телдән уҡыта.

Мөнир Иҡсанов 1984 йылда Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалын тамамлай. “Яйыҡ”, “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәре хәбәрсеһе була. Әле ул тыуған яғында Миндәк урта мәктәбендә туған телдән уҡыта.


2009 йылда ул “Ағиҙел” журналының “Күңелемдә – донъя сере”, “Йәшлек” гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге шиғриәт конкурстарында еңеүсе булды. 2011 йылда “Шоңҡар” журналының лауреаты итеп билдәләнде. “Илһам шишмәләре” (2011 йыл) төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при яуланы.
Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Ишкенә улы Иҡсанов – ижад сәме ташып торған намыҫлы егет. Уның үҙ юлы, йөрәк моңдарына ҡушып яҙған йырҙары бар. Хоҙай тарафынан тәғәйен һәләтен йәшермәй, ата-ба­балар аманатына хыянат итмәй, Илгә егелеп егәрле хеҙмәт итә.
“Урал ҡоросо” исемле китабы – күңелдәргә танһыҡ, шиғриәттә яңы һүҙ ул. Һөйөклө Ватаныбыҙ Башҡортостан образын Мөнирҙең күңел күҙе үҙенсә күрә: “Ер шарына баҡтым: Урал Арғымаҡҡа оҡшаны. Башҡортостан түгелме һуң балҡып торған ҡашҡаһы?!” (“Урал ҡашҡаһы”).
Силәбе башҡорттары менән араларҙы өҙмәй. Учалыла булғанда ла, Өфөлә эшләгәндә лә елдәй елеп килеп етә лә осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Сәфәрҙән ҡайтҡас, тынғы тапмай аҙаплана. Выждан һәм намыҫ тигәндәре уны ойотмай, киреһенсә, юлдарҙан да оҙонораҡ уйҙары йөрәк майын иретә.
2011 йылда Сосновка районының Долгодеревенское, Тәгеш һәм Сиреүсе ауылдарында “Сәләм көндәре” тигән шиғриәт байрамында ҡатнашҡайны. “Ҡунаҡ аҙ ултыра – күп һынай” тигәндәй, ул барлыҡ араларҙы айҡап, “Киске Өфө” (№ 41) гәзитенә намыҫлы журналист булыуын танытып мәҡәлә яҙҙы. “Үҙ илендә йәшәп...” исемле юлъяҙмаһын былай тамамлай: “Башҡортостандан ситтә көн күргән аҫаба милләттәштәребеҙ ҙур һәм ауыр фажиғә кисерә. Ә, ысынында, был фажиғә тотош башҡорт халҡының афәте ул. Бөгөн республиканан ситтә милләтте күтәргән Сәләмдәр, Дәүләтши­налар, Юлтыйҙар, Агиштар, Бикбаевтарҙың үҫеп сығыуы мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн ошонан да ҙурыраҡ фажиғә булыуы мөмкинме һуң?!”

Мөнир Иҡсанов – олатайҙар һымаҡ аҡ бүрекле Ирәмәл түбәләренә һоҡланып, ағын Мейәс моңдарына арбалып үҫкән сәмле Урал бөркөтө. Журналист яҙмаларында, гәлсәр шишмә тауышын хәтерләткән йырҙарында ла ул үҙенә һәм Ватанына хыянат итмәй. Ул бит аҫыл шағир, ғәййәр Ил улы!
Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары йәш шағирҙың дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен ихлас күңелдән хуплай. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы бер ҡатарҙан дәррәү булып тауыш бирә. Мөнир Иҡсанов Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ.

Читайте нас