2018 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары” тип аталған китап – яҙыусы Фәнис Янышевтың етди, тос хеҙмәте.
Быға тиклем күренекле яҙыусыларҙың исемдәренә бәйле төбәктәр тураһында филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаевтың 1988 йылда баҫылып сыҡҡан “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” исемле хеҙмәтенән генә күпмелер белешмә таба ала инек. Ф. Янышевтың музейҙар тураһында мәҡәләләре бер нисә йыл элек матбуғатта, башлыса “Ағиҙел” журналы биттәрендә күренә башлауы китап уҡыусыны бай мәғлүмәттәр менән байытты. Мәле еткәс, был яҙмалар “Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары” исемле етди хеҙмәтте тәшкил итте.
Музейҙар урынлашҡан төбәк, аныҡ адресы, асылыу тарихы, фондта һаҡланған ҡомартҡылар, бәйләнеш өсөн телефондар ҙа бирелгән китапта. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: китап ҡоро, рәсми тел менән яҙылмаған. Автор лирик сигенеүҙәр, яҙыусыларҙың киң билдәле әҫәрҙәренән цитаталар ҡуллана. Урыны-урыны менән хис-тойғоға бирелеү ҙә күҙәтелә.
Ф. Янышев мәҡәләләр серияһын үҙе байтаҡ йылдар етәкселек иткән Аҡмулла музейынан башлап ебәрә. Туҡһанбай этнонимының килеп сығыу тарихы, 1795, 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизия документтарына нигеҙләнгән мәғлүмәттәр – китап авторының үҙ өлкәһендә ҡыҙыҡһынып тикшеренеүҙәр алып барыуына бер дәлил. Яҙыусыға Аҡмулланың ижады һәм шәхесе бигерәк тә яҡын: атаһы Фәтих Ғәлләметдин улының, ҡарт өләсәһе Шәмсеҡәмәр Арыҫланғәле ҡыҙының Аҡмулла шиғырҙарын хәтергә бикләп, халыҡҡа еткерә алыуҙары менән дә хаҡлы ғорурлана ул.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, Башҡортостан Республикаһының элекке Президенты М.Ғ. Рәхимовтың музейҙа ҡалдырған яҙмалары ла китап уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә.
“Быуаттар аша сәйәхәт”, “Дворяндар тормошо сағыла” мәҡәләләре 1991 йылдан эшләп килгән С.Т. Аксаков музейына арналған. “Күрҙем музейын күрҙем” тигән мәҡәләһендә иһә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың, “Тауҙар ҙа уны һағына” исемле яҙмаһында СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың музейына экскурс яһала. Автор музейҙарҙың уникаль экспонаттары тураһында ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп хәбәр итә белә: мәҫәлән, Ә. Атнабаевтың ҡом тултырылған ултырғысын, Р. Янбулатованың йәшел ҡашлы йөҙөгөн һ.б. барып күреү теләге тыуа.
Фәнис Янышев мәҡәләләренә исем һайлау эшенә лә яуаплы ҡараған. “Шиғриәт йондоҙо” тигән мәҡәләһендә – Ш. Бабичтың, “Нур сәсеп тора”ла – З. Биишеваның, “Динис – музей һәм теплоход”та Динис Бүләковтың иҫтәлектәре ҡәҙерләп һаҡланыуын, яҙыусыларҙың яҡты образдарын уҡыусыға еткерә алған.
Китапҡа ҡушымта рәүешендә музей күренештәрен һынландырған фотолар тәҡдим ителә. Улар яҙыусыларҙың китап-альбомдарынан, авторҙың шәхси архивынан алынған һәм уңышлы ҡулланылыш тапҡан. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фәнис Янышевтың “Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары” тигән хеҙмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ.