Тарихи темаға яҙыусыны барыбер ҡороусыға оҡшатам. Ул – әкиәтсе, сюжетты ҡороусы... Ул әкиәт яҙа, “булмағанды” булдыра...
Хәҙер бит ҡороусылар етерлек. Мәҫәлән, XIX быуат башы Ватан һуғышы картиналарын тергеҙеүселәр, Сталинград һуғышы осорон күҙ алдына баҫтырыусылар, Европала Атилла яуҙарын ҡороп күрһәтеүселәр. Шулай уҡ театр артистары... Улар ҙа ниндәйҙер пьеса буйынса картина ҡора.
Бөгөнгө заман темаһына яҙыусылар, был яҡтан ҡарағанда, отошло хәлдә: улар үҙҙәре күргән, хатта ҡатышып йөрөгән күренештәрҙе тергеҙә. Ни тиһәң дә, үҙең ҡатнашҡан, үҙ йөрәгең аша кисергәнде яҙыу ҡыҙығыраҡ та, еңелерәк тә. Ә фантасмагория, фантазия яҙыусылар һуң...
Мирас Иҙелбаев, нисек кенә әйтһәк тә, тарихи картиналарҙы тыуҙырыусы ижадсы. Әүәле ул “Юлай улы Салауат” исемле тарихи роман яҙғайны, эш шөғөлө лә шуға тартымыраҡ – әҙәбиәт тарихын өйрәнә, элегерәк “Башҡорт йыраусы-сәсәндәре” тигән етди ғилми хеҙмәте баҫылып сыҡты... Әле алдыбыҙҙа өп-өр яңы әҫәр – “Иҙел йорт” романы. Бик тә үҙенсәлекле, бик тә етди әйбер.
Тәүҙән үк шуға иғтибар йүнәлтәһең: автор әҫәрен нисек ҡорор икән, ҡайһылай башлап китер? Моғайын, инешендә яҙылғанса, XV быуат һуңындағы ваҡиғаларҙы тергеҙергә, атаҡлы сәсән, ырыу башлығы Ҡобағоштоң бала сағын һүрәтләргә йыйына булыр... Уҡыусыны ни әүрәтә? Мажаралыҡ! Ә былай һәүетемсә генә һүрәтләп барыу, ырыу тормошо, йолаларын күрһәтеү генә уны ҡәнәғәтләндермәйәсәк.
Ысынлап та, автор уҡыусының шул талабын һиҙә: геройҙары тәүҙән үк мажараға тарый: Ете ырыу берләшмәһенә ингән Үҫәргән ырыуына барышлай меңдәр яңылыштан үҫәргән көтөүсеһен яралай. Шуның арҡаһында мең ырыуы башлығы Баязит үҙенең тиҫтәнән ашыу юлдашы менән үҫәргәндәрҙең әсиренә әүерелә.
Шундай әкәмәт тә, хәтәр ҙә боролош-көтөлмәгәнлек менән башланып китә роман. Әҫәр йөкмәткеһенә мажаралыҡ һулышы өрә, алда ҡуйырасаҡ ваҡиғаларға төҫмөр өҫтәй – алда хәтәр көтөлә, алда ваҡиғалар ҡуйырасаҡ...
Мирас Иҙелбаев үҙ юлынан киткән. Әүәлге тарихи темаға яҙылған әҫәрҙәрҙә беҙ йолаларҙы һүрәтләүҙе, ырыу тәртиптәрен тәфсирләп һөйләүҙе күрер инек – бында ул юҡ. Автор мөмкин тиклем хикәйәләүҙе ҡыҫҡа тота, алға ынтыла. Ваҡиғаларға (мәғлүмәткә) күмелеп ҡалыу ҡурҡынысы ла янай бит, ә ижадсы үҙенең ҡәтғи логикаһына буйһона.
Ырыу башлығы Баязит ил көнө менән йәшәй, йәнәшәһендә улы, буласаҡ сәсән, ырыу башлығы Ҡобағош үҫә. Был ике сюжет һыҙығы ла йәнәш үҫешә, бик һынлы булып күҙ алдына баҫа. Шул уҡ ваҡытта тағы бер сюжет һыҙығы – нуғайҙар тормошо һынлана. Был йүнәлештәр бер-береһенә бик тығыҙ бәйләнгән, ваҡыт-ваҡыт килеп киҫешә. Ырыуҙар бер-береһе менән ҡатышып йәшәй, меңдәр – Башҡорт иле үҙәгендә, көслө күс – үҫәргәндәр – илдең көньяҡ сигендә. Шулай ҙа көндәре, яҙмыштары бер, улар – көрәштәштәр. Баязит нисек тә башҡорт ырыуҙарын бер урҙаға берләштерергә, нуғай хандары иҙеүенән ҡотолдорорға тырыша. Ил көнө тип яна, шуның өсөн йортондағы бөтә мәшәҡәттәрҙән арынып, Башҡортостан буйлап йөрөргә, ырыуҙарҙы туплау хәстәрлеген күрергә мәжбүр.
Был, бер яҡтан, дөрөҫ тә, әммә автор күтәргән концепция бер ни тиклем иҫкермәнеме икән? XV быуат аҙағы. Яҙма әҙәбиәттә IX быуаттан уҡ билдәле башҡорттар һаман берләшмәгән, һаман бер бөтөн башҡорт халҡы булып ойошмаған икән дә! Һаман да улар үҙ ырыуҙары эсендә ҡайнай, Ете ырыу – башҡа, унда Үҫәргән ырыуы – үҙе башҡа ил! Улай тиһәң, беҙҙең башҡорттар XIII быуатта Сыңғыҙхан етәкселегендәге монгол-татарҙар ябырылыуына ҡайһылай ҡаршы тора алды икән, ә бәжәнәктәр менән берлектә IX быуатта Арал диңгеҙе янында, яҡынса 840 йылдарҙа огуз-кимак-ҡарлуҡ берләшмәһенә ҡаршы оло яуға нисек күтәрелгән һуң? Һаман, инде XV быуатта ла ырыуҙарға айырымланыу көслө (был “Иҙел йорт”онда шулай), башҡорт илендә бер ниндәй берлек юҡ, һаман улар өҫтөнән Нуғай, Себер, Ҡаҙан хандары хөкөмө йөрөй! Ысынбарлыҡта ла шулай уҡ булдымы икән?
Был – юл ыңғайындағы иҫкәрмә. Ырыу-араға айырымланыу, һаман шуны ғына ҡыуыу көслө инде ул. Шул уҡ ваҡытта ырыуҙарға бүленеш, ошолай ырыу башлығы етәкселегендә йәшәү, бәлки, башҡорттарҙың үҙҙәренә генә хас дәүләт ҡоролошо, идара ойошторолошо булыуы ла ихтимал бит. Бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән теге йә был ырыу башлығы бөтә ырыуҙар башлығы булып торғандыр? Сәйәси хәл ҡатмарлашыу менән ул йәһәт кенә ырыуҙарҙы бер йоҙроҡҡа төйнәгәндер, оло бер ғәскәр туплай алғандыр? Хәйер, быныһы инде тарихсы, хоҡуҡсы, сәйәсмән ғалимдар эше... Ә яҙыусы, ошо яҡтан ҡарағанда, үҙе лә ғалим-эҙләнеүсе түгелме ни?
Мирас Иҙелбаевса, ырыуҙар берләшә, тиҙ үк нуғай хандарына ҡаршы баҫа алырмы? Мең ырыуы башлығының ынтылыштары матур, уға өлгәшеү юлында мең кәртәләр ҡалҡһа, шул уҡ ваҡытта нуғайҙар ҙа тик ятмай – араларында тәхет өсөн көрәш тынмай, тиҙ үк нуғай мырҙаһы Алтаҡар үҙе Басман хан тәхетен баҫып ала, Мең ырыуына яҡын – Торатауҙа торған Түрхан да уның иркенә бирелә. Ҡаты ҡуллы Алтаҡар тешен-тырнағын Үҫәргән ырыуына һаман нығыраҡ батыра, ырыу башлығы Ҡарабуғаның егерме йәшлек сибәр ҡатынына, унан уның дүрт-биш йәшлек ҡыҙына ымһына: ханда хан ынтылыштары!
Ә Ҡарабуға һаман һуҙа, һаман әүәлге хәл дауам итер, ти. Улай ғына түгел, уның маҡсаттары тағы ла олораҡ – бөтә ырыуҙарға баш булыу! Ә был ваҡытта нуғай ҙа йоҡламай: улар Ҡаҙан ханлығы, Себер ханлығы менән берләшеп, үҙҙәренең Эмба илендәге төп ватаны менән килешеп көс туплай. Әүәлге ирәүәнлектә йәшәгән Ете ырыу өҫтөнә ябырыла Алтаҡар. Алтаҡар башҡорттар берләшкәнсе алданыраҡ өлгөрә, Үҫәргән илен туҙҙыра, ырыу башлығы Ҡарабуғаның сибәр йәш бисәһе менән ҡыҙы – уның ҡулында. Мең ырыуы башлығы Баязит, ваҡиғаларҙы ҡуйыртмайым тип, әсирлеккә төшә. Улы, буласаҡ йыраусы-сәсән, ырыу башлығы Ҡобағош ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, атаһы эҙенән бара.
“Иҙел йорт” әҫәрендә мәсьәлә трагедиялағыса хәл ителә: нуғайҙар үҫәргән ырыуын таланы, хатта киләсәккә бер ниндәй ышаныс ҡалманы кеүек... Башҡорттар был юлы ла берләшә алманы, ары уларға әүәлгесә үҙаллы йәшәү мөмкинлеге ҡайҙа?
Яҙыусы нуғайҙар тормошон дөрөҫ, тулы һүрәтләй. Нуғай – башҡорт мөнәсәбәттәре лә һынлы сағылыш тапҡан, иң әсендергәне: ары башҡорттар ни күрер, ваҡиғалар ҡайһы яҡҡа ауышыр? Ҡайҙа һуң ул яҡты ҡояш, ҡотолоу юлҡайҙары ҡайһы тарафта?
Был һорауҙарға яуап табыуы ауыр, “Иҙел йорт” әҫәре авторы баш вата. Әйтергә кәрәк, әҫәрендә ул күп һүҙлелектән, ваҡиғаларҙың буталсыҡлығынан ҡотолған. Ошо осорға арналған Кирәй Мәргәндең “Бөркөт ҡанаты” романындағыса ырыу тарихын, йолаларын йәйелеп һөйләүгә төшөп китмәй, ваҡиғалар ағышын яйлатмай, йәғни хикәйәләү дилбегәһен ҡулынан ысҡындырмай. Әлбиттә, “Иҙел йорт” әҫәренең башы Ҡобағош сәсәндең үҫмер йылдарына бағышланған. Ә уның өлкән сағын, хатта ырыуы тарҡалыуҙан һуң Күбәләк-Тиләү яғына килеп баш терәүен Мәүлит Ямалетдин үҙенең “Ҡуласа” романында тасуирлағайны инде. Унда сәсәндең йырҙары, йыраусы һәләте асығыраҡ сағылғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, афарин, тип әйтәйек, тарихи проза өлкәһендә өр-яңы әҫәр пәйҙә булды, уның өр-яңы авторы – Мирас Иҙелбаев!
Хуплайбыҙ, ҡотлайбыҙ ижадсыны яңы еңеүе менән: әле ул Ҡобағош сәсән, уның заманы тураһында яңы роман тыуҙырҙы. Ни тиһәң дә, шундай әҫәрҙәр, тарихи әҫәрҙәр ижад итеүселәребеҙ бар, шөкөр, тарихи прозабыҙ үҫешендә яңы күренештәр була тора, әүәлге тарҡауыраҡ, мәғлүмәт бүлеү, хәбәр һөйләү планындағы әҫәрҙәр урынын “Иҙел йорт” ише ҡәтғи логикалы, тығыҙ яҙылған әҫәр ала. Афарин, “Иҙел йорт”она, афарин, уның талаплы, фиҙакәр ижадсыһы!