Республикала ХХIХ Халыҡ-ара Аксаков байрамы тамамланды. Тантаналы кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Театр фойеһында китап, художество, биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәләре ойошторолдо. Ҡунаҡтар Аксаков премияһына дәғүә итеүселәрҙең эштәре менән танышты.
Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы хеҙмәткәрҙәре С.Т. Аксаковтың тормошо һәм ижады буйынса квест ойошторҙо. Сәнғәт оҫталары күркәм концерт әҙерләне.
– Һоҡланғыс рус мәҙәниәте форумы ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә өс тиҫтә йылға яҡын уҙғарыла. Ошо осорҙа ул илебеҙҙең ижтимағи тормошонда әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде. Халыҡ-ара Аксаков байрамын яҡташыбыҙ, һүҙ оҫтаһы, мәшһүр яҙыусы Сергей Аксаковҡа һәм тыуған ергә тәрән һөйөүе менән айырылып торған уның бөтә ғаиләһенә ихтирам билдәһе тип баһалайбыҙ. Аксаков байрамы халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәскә атыуына булышлыҡ итер тип ышанам, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Байрам барышында билдәле Рәсәй яҙыусыһы, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Аксаков фонды рәйесе, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды вице-президенты, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы директоры, Өфөнөң почетлы гражданы Михаил Чвановты тәбрикләнеләр. Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов Аксаков премияһы лауреаттарын бүләкләне. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 24 эштең туғыҙы төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.