“Һеңлекәш” фильмына битараф ҡалыу мөмкин түгел.
Ошо көндәрҙә башҡорт кинематографияһында ғына түгел, Рәсәй кино донъяһында ла сағыу ваҡиға булды – Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмы ҙур экрандарға сыҡты. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлөүе менән әһәмиәтле.
Картинаның жанры – һуғыш драмаһы. Режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибинды тәү сиратта Мостай Кәрим ижадының тәрәнлеге, уның саф һәм эскерһеҙ булыуы арбаған.
– Ул – иҫ киткес яҙыусы. Мостай Кәримдең ижады тәрән, саф һәм эскерһеҙ, уны уҡыуы еңел. Әҙипкә бәйле элек белмәгән күп мәғлүмәттәрҙе ишеттем. Уның менән яҡшы таныш булған кешеләр картинаны төшөргәндә хәтирәләре менән ярҙам итте. Был һоҡландыра, сөнки яҙыусы хаҡында тик юғары, яҡты фекерҙәр генә яңғырай, – ти ул, әҙиптең ижады тураһында һөйләгәндә.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәренә генә хас мөхитте, тылсымды башҡа берәүҙеке менән дә бутау мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы – ошо мөхит, илаһилыҡ “Һеңлекәш” фильмына ла күскән. Быға Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте, боронғо ауылдың оҫта һынландырылышынан тыш, актерҙарҙы уңышлы һайлап алыуҙары ла тәьҫир итә.
Интернет селтәрендәге “КиноПоиск” сайтында был фильмға рецензия яҙыусыларҙың береһе Богдан Нурисламов фильмдағы Оксананы һүрәтләгәндә “китаптың үҙенән һикереп төшкәнме ни” тип яҙа. Марта Тимофеева миңә бала саҡта “Беҙҙең өйҙөң йәме”н уҡығанда күҙ алдыма килгән образды хәтерләтте: ҙур зәңгәр күҙҙәр, етен сәс. Хәйер, эш тышҡы ҡиәфәттә генә түгел: йәш актриса инде нисәнсе фильм, сериал рәттән актерлыҡ оҫталығы менән әсир итә. Мартаның Оксанаһы ҡарашында – ул күреп өлгөргән һуғыш афәте, ҡурҡыу, шул уҡ ваҡытта тирә-йүнгә ҡарата оло ҡыҙыҡһыныу, сафлыҡ һәм һөйөү. Яғымлы тауышы менән башҡортса һөйләп ебәреүе булды, күңелдәр йомшарҙы: был, ысынлап та, тап Мостайҙың Оксанаһы!
Алты йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин беренсе кадрҙарҙан уҡ тамашасыны әсир итте. “Һеңлекәш” фильмының рәсми премьераһында уның уйнау һәләте, Йәмилде һынландырыуы йыш ҡына тамашасылар араһында һоҡланғыс ауаздар, урыны менән йылмайыу тыуҙырҙы, берсә көлөргә, берсә иларға мәжбүр итте. Әлеге лә баяғы Лев Толстойҙың киң таралған һүҙҙәре иҫкә төшә: ябайлыҡта – бөйөклөк. Бәләкәй Арыҫландың ихласлығына, эскерһеҙлегенә ышанаһың. Улай ғына түгел, ул үҙе һөйләгән һәр һүҙгә, үҙе ҡылған һәр ҡылыҡҡа, кинокартинаны ялмап алған шул донъяға ышана. Уның Йәмилде тамашасы йөрәгенә барып етерлек итеп уйнауының сере лә шундалыр...
Башҡорт кинематографияһының проблемаларының береһе – актерҙарҙың фильмдарҙа ла театр сәхнәһендәгеләй уйнауы. Был күренеш ҡайһы бер картиналарҙа уны тулыһынса ҡабул итергә, кинолағы ысынбарлыҡҡа башкөллө сумырға ҡамасаулай. Бер һөйләшкәнебеҙҙә билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров, был мәсьәләне хәл итеү юлының серен сисеп, барыһының да режиссерҙың үҙенән тороуын, уның оҫталығы булһа, хатта театр актерҙарын да кино сәнғәте талап иткәнсә уйната алыуын әйтте.
Миҫалды оҙаҡ көтөргә тура килмәне: “Һеңлекәш” фильмында үҙебеҙҙең милли театрҙар актерҙары Илгизә Ғилманова, Сәғиҙулла Байегет, Рәүис Заһитов, Ирада Фазлаева, Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар һәм башҡалар – барыһының да тормошсан, тәрән уйнауы һоҡландырҙы.
Барыһы ла һыйған “Һеңлекәш” фильмына, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын уҡығанда хәтерҙә мәңге уйылып ҡалған һәр ваҡиғаға урын еткән. Бында, әлбиттә, сценарий авторының хеҙмәте ҙур. Айҙар Аҡмановтың Мостай Кәримдең үлемһеҙ әҫәрен түкмәй-сәсмәй кино таҫмаһына күсереүе айырым хөрмәткә лайыҡ.
Ә шулай ҙа фильмды маҡтағанда ла, тәнҡитләгәндә лә иң күбе, әлбиттә, ҡуйыусы режиссерға эләгә. Был йәһәттән Александр Галибин һоҡланыу хисе генә тыуҙыра: ул, бүтән милләт вәкиле булып та, “Һеңлекәш” фильмын тап үҙебеҙсә, башҡортса, халҡыбыҙҙың этник үҙенсәлектәрен, быуаттар төпкөлөнән килгән саф сифаттарын юғалтмайынса, айырым бер милли моң менән төшөрөү оҫталығына өлгәшкән.
Фильмдың премьера тантанаһында ул башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт теленә тәрән һөйөүен йәшермәй! “Үҙенсәлекле мәҙәниәт, иҫ киткес тел! Мин уға ғашиҡмын!” – тине. Александр Галибиндың телебеҙгә хөрмәте картинаһында ла сағыла – фильм тулыһынса башҡортса төшөрөлгән, аңламағандар өсөн махсус рәүештә тауыш дубляжы эшләнгән.
Әйткәндәй, әлеге мәлдә кинотеатрҙарға “Һеңлекәш” менән танышырға эркелгән милләттәштәребеҙ бер һүҙҙән фильмдың тағы дубляжһыҙ, саф башҡортса яңғырауын теләй. Киләсәктә “Һеңлекәш”тең был вариантын зәңгәр экрандарҙа йәки интернет киңлектәрендә рәхәтләнеп ҡарарға яҙһын.
Ә әлегә “Һеңлекәш” Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, Башҡортостандың район һәм ҡалаларында ҙур экрандарҙы яулай. Өфө кинотеатрҙарында фильм аншлаг менән бара, таныштарымдың уны ҡарарға теләп тә, буш урын таба алмайынса ҡайтҡанына үҙем шаһит булдым. Иҫтәлекле ваҡиғаларға бай быйылғы йылдың, ошо көҙҙөң йәме ул – бөйөк Мостай Кәримдең тылсымы менән һуғарылған фильм.