Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Октября 2019, 17:35

Унда беҙҙе һәр саҡ көтәләр

Мөмкинлеге булған милләттәш зыялылар, машиналарығыҙға башҡортса китаптар, гәзит-журнал, милли сувенирҙар тейәп, башҡорттарыбыҙ йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск, Пермь, Ҡурған яҡтарына барып сығығыҙ!

Фотолар авторҙың сәхифәһенән.Фотолар авторҙың сәхифәһенән.
Фотолар авторҙың сәхифәһенән.
Һуңғы йылдарҙа милләттәштәр араһында үҙ йомошон, үҙ мәшәҡәтен юллап түгел, ил ғәмен, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп сәфәр ҡылыусылар ишәйҙе. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған сараларҙа ла бик теләп ҡатнаша, үҙ башланғыстары менән дә юлға сыға, урындарҙан – ауылдарҙан, райондарҙан, хатта сит өлкәләге милләттәштәрҙән саҡырыуҙарҙы ла ҡабул итә.


Райондарҙа, ауылдарҙа, төбәктәрҙә йәшәп ятҡан милләттәштәр, ысынлап та, зыялылар, ғалимдар һүҙенә, ихлас аралашыуға мохтаж. Быны беҙ Силәбе өлкәһенә сәфәребеҙҙә бигерәк тә ныҡ тойҙоҡ. Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Красноармейский, Сибәркүл (Сыбаркүл дә тиҙәр) райондарындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ветерандар, уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар үтте.
Журналист, фольклорсы, драматург Сәрүәр Сурина менән икәүләп рухты нығыта, үҙаңды уята торған һүҙҙәр һөйләнек, силәбеләр хәтерендә юйыла барған милли йолаларҙы, төбәк тарихын, атамаларын, арҙаҡлы шәхестәрен хәтергә алдыҡ. Ә беҙҙең милли кейемдәр буйынса белгес, дизайнер Сәрүәр Аслаева һәр урында үҙенең күргәҙмәһен ҡороп ебәреп, шунда уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре һаҡал, селтәр, яға яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.


Ситтә йәшәгәс, улар башҡалар тарафынан йотолоп бөткәндер, телде лә, моңдо ла онотҡандыр инде, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Силәбеләге ҡыуаҡан, терһәк, һалйот, әйле ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерендә башҡорт булып йәшәп ята. Беҙҙә хуш күңеллелек көслө, ә уларҙа оторо сәм көслө. Күңелдәре бөтөн, бер-береһенә арҡа терәп йәшәйҙәр, берҙәмдәр. Бөгөн өлкәнең Силәбе, Магнит, Златоуст (Алтынтамаҡ), Ҡурған, Сатҡа, Сим (Эҫем) ҡалаларында һәм башлыса Арғаяш, Сосновка, Ҡоншаҡ, Красноармейский, Сыбаркүл районы ауылдарында 162 меңдән ашыу башҡорт йәшәй (2010 йылғы мәғлүмәт). Иң мөһиме, туған башҡорт теле үҙенсәлектәрен боҙмайынса һаҡлаған, әҙәби телде белмәйем тип үҙен һәм телен кәмһетмәгән, һутлы, мәғәнәле, образлы диалект телендә асыҡ итеп һүҙгә ҡушылған милләттәштәребеҙгә шул хәтлем рәхмәтле булдыҡ. “Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә”, тигән булалар ҡайһылары.
Әлбиттә, туған телде уҡытыу буйынса бында ла һуңғы йылдарҙа ауырлыҡтар тыуған. Башҡорт теле дәрестәре уҡытылған мәктәптәр бармаҡ менән һынарлыҡ ҡына ҡалған. “Башҡорттар йәшәгән ауылдарҙа туған тел һәм әҙәбиәт тулы программа менән уҡытылһын ине, беҙ быға лайыҡ!” – тинеләр Ҡоншаҡ районында элек башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр.
Ә Силәбе өлкәһе “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова һәр ерҙә халыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ҡобайыр һүҙен еткерҙе:
“Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар –

Әсә телен белмәй үҫкәндәр…

Бармы Ерҙә тағы үҙ ҡулдары менән

Сабыйының телен киҫкәндәр?..”
Әйткәндәй, мөмкинлеге булған милләттәш зыялылар, машиналарығыҙға башҡортса китаптар, гәзит-журнал, милли сувенирҙар тейәп, башҡорттарыбыҙ йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск, Пермь, Ҡурған яҡтарына барып сығығыҙ. Унда беҙҙе көтәләр. Унда беҙҙе ҡаршы алырға һәр ваҡыт әҙерҙәр. “Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, бәләкәй генә булһа ла бер шәм тоҡандыр”, тигән бер аҡыл эйәһе. Һеҙҙең сәфәр – ана шул үҙ шәмеңде тоҡандырыу, изге бер эш булыр.
Читайте нас