Кисә мәшһүр яҙыусы, публицист Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулды. Ул 1939 йылдың 1 октябрендә Ҡырғыҙ ССР-ының баш ҡалаһы Фрунзела (хәҙер — Ҡырғыҙ Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәк) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.
Ата-әсәһе ғәиләһен Башҡортостанға күсереп алып ҡайтҡас, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында мәктәпкә бара, унынсы класты Өфөлә тамамлай. Уның хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе, биографик белешмәһен, китаптары тураһында Интернет селтәренән дә яҙмалар табып була, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның “Крючья под ребро” китабы данлыҡлы шәхестәрҙең исемен тергеҙеүгә булышлыҡ итеүе хаҡында айырым әйтеп китәбеҙ.