Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октября 2019, 11:36

Аманатлы ижад

Беҙ Башҡорт дәүләт университетында бер осорҙа белем алһаҡ та, тарихи, дини темаларға мәҡәләләр яҙған Сәлмән Шәкирйән улы миңә һәр саҡ үҙемдән күпкә өлкәнерәк, киң ҡоласлы фекерле, тәрән асыллы булып тойолдо. Хәйер, студент саҡта “Башҡортостан” гәзитендә уның менән йыш осраштыҡ. Ул һәр йәш ҡәләм тирбәтеүсегә, үҙе лә йәш булыуға ҡарамаҫтан, бик иғтибарлы, йүнәлешле кәңәш биреүсән ине.

“Беҙ ҡанатландырған балалар рухиәтебеҙҙең алтын терәүенә әйләнер”.


Беҙ Башҡорт дәүләт университетында бер осорҙа белем алһаҡ та, тарихи, дини темаларға мәҡәләләр яҙған Сәлмән Шәкирйән улы миңә һәр саҡ үҙемдән күпкә өлкәнерәк, киң ҡоласлы фекерле, тәрән асыллы булып тойолдо. Хәйер, студент саҡта “Башҡортостан” гәзитендә уның менән йыш осраштыҡ. Ул һәр йәш ҡәләм тирбәтеүсегә, үҙе лә йәш булыуға ҡарамаҫтан, бик иғтибарлы, йүнәлешле кәңәш биреүсән ине.


Эйе, бөгөн республикабыҙҙа ғына түгел, башҡорт милләте йәшәгән һәр төбәктә танылған журналист, яҙыусы, фәлсәфәүи фекер эйәһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәлмән Ярмуллин күберәк йәш быуынға хеҙмәт итә – ул 2006 йылдан “Аманат” журналының баш мөхәррире. Ә бит заманында тап ул иман, тарих, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар тормошон, рухиәт темаларын күтәреп, халҡыбыҙҙың телмәренән исемдәре китеп бөтә яҙған изгеләрҙең эшмәкәрлеге, тормошо, йәшәйеше хаҡында һөйләй башланы.


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы ла уға ошо фиҙакәрлеге өсөн бирелде (1998). 2005 йылда сыҡҡан “Ахыры заман — аяҡ аҫтында” публицистик очерктар китабында тап ана шул мәҡәләләр тупланған да инде. Ул бар асылы менән тарихсы.


Мин уның наградаларын һанарға йыйынмайым, бары тик 2000 йылда “Йәшлек” гәзитенә баш мөхәррир булып килгән коллегамдың, ул ваҡыттағы етәксемдең эске зыялылығы, башҡорт халҡының тарихына, тыуған яҡ тарихына, этнографияға, дини темаларға ҙур иғтибар биреүе тураһында айырым әйтеп китәм. Беҙ бергәләп “Йәшлек” гәзитен ижад иттек. Яңы рубрикалар, яңы темалар табыу беҙгә бер ни тормай ине. “Кем һин, шәхес?”, “Ете хис” рубрикаларына әленән-әле әңгәмәләр әҙерләнде, уларҙа мөмкин тиклем халҡыбыҙҙың аҫыл заттарын, уларҙың эшмәкәр­леген тәрән яҡтыртырға тырыштыҡ. “Башҡорт”, “башҡорт бөйөк” кеүек һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе мәҡәләнең башына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя ине баш мөхәр­рир. Быны ул: “Милләтебеҙ үҙенең кем вариҫтары икәнен белергә тейеш. Замандаш­тарыбыҙҙың үҙ баһаһын арттырырға кәрәк!” – тине. Шулай эшләнек тә.


Ә шағир Шәйехзада Бабичтың исемен мәңгеләштереү эштәре! Был ваҡиғалар үҙҙә­ре бер хикмәтле көндәр кеүек хәтергә уйылып ҡалды. Ниәтең дөрөҫ булһа, Аллаһ Тәғәлә юлдарын аса икән. Кем-кем, Сәлмән Шәкирйән улы доғаның көсөн, иман­дың ҡеүәтен яҡшы аңлай, баһалай. Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуы ла ошо хаҡта һөйләй кеүек. “Башҡорт Ҡыш бабайы” темаһын күтәреп, ошо акцияға тотош республиканы йәлеп итте ул. Авторҙар сценарий яҙҙы, балалар фантазияһын егеп, шиғырҙар ижад итте. Һөҙөмтәлә “Башҡорт Ҡыш бабайы” байрамы Ирәмәл итәгендә ойошторолдо. Милли рух тойғоһон уятыу өсөн был сараның әһәмиәте бик ҙур ине.


Уның менән һәр бер һөйләшеү ҙә, әңгәмәләшеү ҙә хатта үҙе бер кинәйәле дәрес төҫлө. Ул һәр ғәмәлдең, күренештең мәғәнәһенә төшөнөргә ынтыла, һәр саҡ эҙләнеү юлында, асыштарын замандаштары менән уртаҡлаша. Нисәмә йыл бергә эшләп, уның коллегаларына тауыш күтәргәнен, өҫтәл төйгәнен хәтерләмәйем. Ул бар тәбиғәте менән эске мәҙәниәтле, зыялы. Иманлы.


Сәлмән Ярмуллин “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лә лайыҡ булды.


Ғаиләһендә алған матур тәрбиә менән район гәзите аша республика, Рәсәй матбуғаты кимәленә күтәрелгән шәхестең “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә, “Аманат” журналында, барлыҡ республика журналдары етәксеһе булараҡ глобалләшеү осоронда милли матбуғатты үҫтереү, һаҡлау, йәш быуынды тарихҡа ҡыҙыҡһыныу менән үҫтереү эше – барыбыҙҙың күҙ алдында. Ул башҡорт матбуғатының алтын бағанаһына әүерелде.


Әңгәмәбеҙҙе уның алтын юбилейы уңайынан ойошторҙоҡ. Һәр ваҡыт шулай: журналистар, ижадсылар, ғәҙәттә, бер-береһенә юбилей мәлендә генә иғтибар бүлә. Күркәм юбилейына ул бай ижади багаж, фәһемле китаптар, мәҡәләләр циклдары менән аяҡ баҫты. Курсташым Шәүрә менән ҡорған ғаиләһендә өс бала тәрбиәләйҙәр.


– Журналистикаға аяҡ баҫҡан көнөм тип ҡайһы мәлде атар инегеҙ?

– 1989 йылдың 29 майын бөгөнгө кеүек хәтерләйем. Ул көндә мин Йылайыр районының “Коммунизм өсөн” тип аталған гәзите мөхәр­ририә­тендә тәржемәсе-хәбәрсе сифатында эш башланым.


– Ғөмүмән, бала саҡ хыялығыҙ менән тап киләме әлеге хеҙмәтегеҙ?

– Ғүмеренең артта ҡалған 50 йылының 30 йылын журналистикаға бағышлаған һәм киләсәк тормошон да башҡорт матбуғатынан башҡа күҙ алдына килтерә алмаған мине белгән кешеләр өсөн нисек кенә ҡыҙыҡ булып тойолмаһын, мәгәр журналислыҡ минең бала саҡ хыялым түгел ине. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, “Пионер” журналы менән “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙышып, конкурста еңеүсе булып йөрөһәм дә, яҙмышымды ауылым менән бәйләп, үҙебеҙҙең ҙур һәм ҡеүәтле “Башҡорт” совхозында эшкә ҡалып, шофер булыу тураһында хыялландым.
Вә ләкин Аллаһ Тәғәләнең яҙмышыма ҡарата ниәте бүтәнсә булған икән, Ул тормошомдо икенсе яҡҡа ҡырҡа бороп ебәрҙе. Армияла ла яҙышыуҙан туҡтаманым. Хатта һирәкләп “Правда”ға ла, “Комсомольская правда”ға ла, “Красная звезда”ға ла, үҙем хеҙмәт иткән хәрби округ гәзитенә лә материалдар ебәрәм, шул уҡ ваҡытта тыуған районым гәзитен дә онотмайым. “Коммунизм өсөн” гәзите хеҙмәткәрҙәренең күңеленә хуш килерлек итеп яҙғанмындыр инде, армиянан ҡайтып төшөү менән улар эшкә саҡырҙы. 17 май көнө хеҙмәттән ҡайтып төшһәм, 29-ында инде, алда әйтеүемсә, мөхәрририәттә эшләп тә ултыра инем.


– Һеҙ күмәк ир бала үҫкән ғаиләлә тәрбиәләнгәнегеҙҙе беләм. Бының ыңғай һәм кире яҡтары тип нимәне атар инегеҙ? Әсәйегеҙгә Хоҙай сабырлыҡ биргән инде!..

– Әл-хәмдүлилләһ, әсәйем мәрхүмә әүлиә кеүек ине, йәне Йәннәттә булһын, иншаллаһ! Шул хәтлем тыныс, шул хәтлем мәрхәмәтле, шул хәтлем изгелекле кеше булды. Кемгәлер быға ышаныуы ла ҡыйындыр, әммә мине, мәҫәлән, бер тапҡыр ҙа туҡмаманы ла, әрлә­мәне лә. Әйтерен дә тыныс ҡына итеп әйтә, әммә беҙ, балалары, уны тыңлай, ҡушҡандарын йүгереп үтәй торғайныҡ. Уға ҡарата сикһеҙ һөйөүебеҙҙе аңлатып бөтөрлөк түгел.
Ана шуғалыр ҙа беҙ, дүрт малай, үҙ-ара татыу үҫтек. Кинйәтәү һеңлекәшебеҙҙе лә, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡараштыҡ. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе эшкә лә иртә ылыҡтырып үҫтерҙе. Атайым мәрхүм ауыл көтөүен көтөшөргә алып сыға башлағанда мин әле уҡыуға ла бармаған инем. Тимәк, алты йәш тирәһендә булғанмын. Туғыҙынсы класта әсәйем мотоцикл алып биргәс, көтөү көткәндә спидометрҙы ҡарап, көтөүҙә йәйәүле кешенең көнөнә уртаса күпме юл үтеүен һанап сығарҙым: яҡынса 30 километр килеп сыҡты. Тимәк, алты йәшлек малайҙың йәйге эҫелә һәм оҙон көндә шул хәтлем юл үткәнен күҙ алдына килтерһәм, әле үҙем аптырайым: нисек сыҙаным икән?
Тәүге тапҡыр көтөүгә сыҡҡаным да хәтерҙә. Атайым, Рәхимйән ағайым һәм мин, өсәүләп көтәбеҙ. Ул ваҡытта ауылда мал күп, көтөү ҙур. Өсөбөҙ өс яҡлап көтөүҙе уратҡанбыҙ. Яланда һәр ваҡыт тиерлек ел иҫә бит инде. Атайым теге баштан нимәлер ҡысҡыра, әммә мин ишетмәйем, ҡолаҡта ел шаулап тик тора. Ул сыбыртҡыһы менән төртөп күрһәткән яҡҡа йүгерәм, һыйырҙар үҙәк буйлап иген баҫыуына китеп бара икән. Уларҙы ҡайырып килтереп, ҡалҡыулыҡ башына менеүгә, ҡараһам, сыбырт­ҡы башы икенсе яҡҡа күрһәтә. Ул арала күҙ һалып өлгөрәм, ағай ҙа шым ғына көтөүҙән айырылып ҡасырға яратҡан кәзәләр артынан йән-фарман саба, атай мәрхүм үҙе лә тик ултырмай.
Мин тағы сыбыртҡы тоҫҡалған яҡҡа елдерәм. Ул осҡа барып етеүгә, ҡапыл алдымда дәү, ғифрит кеүек ҙур тоҡом үгеҙе пәйҙә булды. Маңлайына төшкән сәсе араһынан миңә һөҙә ҡарап тора был. Быға тиклем кискеһен, көтөү менән бергә ҡайтып, ауыл буйлап ҡурҡыныс итеп үкереп үтеүе менән бөтөн балаларҙы, хатта ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, бәғзе бер ир-егетте лә дер ҡалтыратҡан был бүгәйҙе күргәс, ҡотом ботома төшөп китте, әлбиттә. Ҡурҡышымдан йән-тәслим кирегә йүгерәм. Шунда атайҙың ел аша урыҡ-һурыҡ ишетелгән тауышы мине ҡыуып етә: “Ҡурҡмааа... Игееен... Фәлән малааай!”
Беҙҙең яҡта ялан булғанлыҡтан көтөүлек ерендә үлән әҙ, ә ҡоролоҡ йылдарында бөтөнләй юҡ кимәлендә була. Ә тирә-яҡ һөрөп бөтөлгән, бөтөн ерҙә иген сәселә. Әгәр малды игенгә төшөрһәң һәм тапатһаң, штраф һалына. Шунан ҡурҡып, күптәр малды баҫыу эргәһенә яҡын алып бармай, тапанды урында тик йөрөтә. Ә бына тура һүҙле, намыҫсан һәм ғәҙел холоҡло атайым, мал туймай, ас ҡайтһа, һыйырҙың һөтө булмай, тип малды гел игенлек ҡырына алып бара. Ул тирәлә, баҫыуға самолет менән һиптерелгән ашламанан да өлөш сыҡҡанғамы икән, үлән дә мул була, мал бик яратып ашаған ҡара һоло ла ишелеп ултыра торғайны.
Шулай итеп, көтөүҙә тик ултырырға мөмкинлек булмаһа ла, уның ҡарауы, мал айырыуса туйып, һыйырҙарҙың һөтө атлаған ыңғайы елененән аға-аға ҡайта ине. Кискеһен малды ауылға ҡыуғанда тапанды ерҙән үткәндә көтөү артынан болот кеүек булып күтәрелгән туҙандан йөҙҙәребеҙ ҡап-ҡара булып, тын юлдарыбыҙға саң тулып, арманһыҙ булып ҡайтып инһәк тә, шул ваҡытта үҙеңде эшкингән итеп тойоуҙан кисергән ҡәнәғәтлек хисе, аш бешереп, беҙҙе көтөп торған әсәйемдең инде ҙууур үҫкән уландарына һөйөү тулы ҡарашы бер ҡасан да иҫемдән сыҡмаҫ.
Ә инде мин алтынсы класты тамамлауға, Хәсән менән Азат ҡустылар ҙа эшкинеп, беҙ көтөүҙе атайһыҙ ғына көтә башланыҡ. Бөтөн эште лә йә тигеҙ бүлешеп алып, йә бергәләп башҡарып, беребеҙҙән ҡалған кейемде беребеҙ кейеп, кәрәк саҡта бер-беребеҙҙе яҡлашып, бер ҡулдың биш бармағы, бер йоҙроҡ булып үҫеүҙең ыңғай яҡтарын ғына беләм. Ҡарындаш туғандарым менән беҙ бөгөн дә, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, бик татыу йәшәүебеҙҙе бик ҙур бәхет һанайбыҙ.
– Бөгөн донъя журналистикаһы менән бергә башҡорт журналистикаһы ла ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ошо ваҡытта балаларҙы матбуғатҡа йәлеп итеү саралары ниндәй? “Аманат”тың уҡыусыһына юл эҙләү алымдары бармы?

– Йәмғиәттә йәшәгәс, йәмғиәттән азат булып булмай тигәндәй, “Аманат” та был үҙгәреш­тәрҙән артта ҡалмаҫҡа тырыша, әлбиттә. Был йәһәттән балалар баҫмаларына икеләтә ауырыраҡҡа тура килә. Бына, мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитенең йәки “Ағиҙел” жур­налының донъяға ҡарашы күптән форма­лашҡан, яратҡан баҫмаһын күптән алдырған тоғро уҡыусыһы бар. Ә “Аманат”тың контингенты даими түгел. Бөгөн “Аманат”ты уҡыһа, иртәгә ул “Йәшлек”тең йәки “Шоңҡар”ҙың уҡыусыһына әйләнәсәк. Кисә генә балаларса яҙылған нәмәләрҙе мауығып уҡығанлығын ул бөгөнгө ҡарашы бейеклегенән йылмайып ҡына иҫкә аласаҡ.
Шулай ҙа үҙ уҡыусыларыбыҙҙы ылыҡты­рыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Бүтәндәр белмәгән, тапалмаған ниндәйҙер алымды, ысулды таптыҡ тип әйтә алмайым. Социаль селтәрҙәрҙә иң күп ултырған кеше – ул үҫмер бала. Шуға ла интернет аша ла, журнал аша ла эш итәбеҙ, туҡтауһыҙ төрлө конкурстар үткәрәбеҙ, бүләктәр уйнатабыҙ, йәғни баланы йөкмәткеле журналға ҡушып, нимәлер отоу мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡтырырға тырыша­быҙ. Һәм беҙҙең өсөн тираж эшләүҙең тағы бер юлы – мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың үҙҙәре менән йөҙгә-йөҙ осрашып аралашыу. Ғәҙәттә, бындай саралар бик күңелле үтә.

Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” менән “Йәшлек” гәзитендә эшләгән һәм ололар менән бик күп осрашыуҙар үткәргән кеше булараҡ әйтәм: балалар менән аралашыу күпкә йөрәккә ятышлыраҡ, сөнки уларҙа ололарҙағы кеүек рыялыҡ юҡ, кире­һенсә, уларҙың йөҙҙәренән ихласлыҡ, нур бөркөлөп тора. Бәләкәй генә бүләккә лә ихлас ҡыуаналар. Уларҙың ҡыуанғанын күреп, үҙең шатланаһың, шул тиклем ҡәнәғәтлек алаһың.
Уҡытыусыларға ла рәхмәтем ҙур. Улар балалар араһында журналды таратыуҙы, жур­налыбыҙға яҙышыуҙы, конкурстарында ҡат­нашыуҙы ойоштороуҙа ғәйәт ҙур эш башҡара.
Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә бар, әл-хәм­дүлилләһ! Тиражыбыҙ республикалағы бик күп баҫмаларҙыҡынан ҙурыраҡ булыуы ла – быға ишара. Ә инде ошо көндәрҙә генә “Тылсымлы һүҙ” V Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты конкурсында Бөтә Рәсәй һәм Белоруссиянан ҡат­нашҡан 130 баҫма араһында “Милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы” номинацияһында еңеү яулауыбыҙ – эшебеҙгә ҙур баһа булыу өҫтәүенә, бөтөн башҡорт матбуғатына ла, бөтөн башҡорт теленә лә, бөтөн Башҡорт иленә лә мәртәбә.


– Заманында башҡорт әүлиәләре тема­һын күтәреп сыҡҡайнығыҙ: бөгөн ошо теманы яҡтыртыу буйынса алға китеш бар тип әйтеп була бит?

– Эйе, ул теманы мин “Башҡортостан”да эшләгәндә, үткән быуаттың 90-сы йылдарында яҡтырта башлағайным. Артабан бүтән республика баҫмаларында ла, район гәзиттәрендә лә ошо темаға яҙыусылар күбәйә башланы. Яҙмаларҙың ҡулға килеп эләккәндәрен йыйып барҙым һәм, бер йыйынтыҡ булып тупланып, бүтән иптәштәрҙең ярҙамында өҫтәмә материалдар менән байытылып, улар 2012 йылдың аҙағында “Башҡортостан – әүлиәләр иле” тигән айырым китап булып сыҡты.
Унан тыш, билдәле яҙыусы Лира апай Яҡшыбаева был тема буйынса бик әүҙем эшләй. Уның әллә нисә әүлиә хаҡында меңәрләгән тираж менән китабы донъя күрҙе. Райондарҙа ла хәҙер әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен ипкә килтерәләр, рухтарына бағышлап, Ҡөрьән мәжлестәре, төрлө йыйындар үткәрәләр. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәлләмдең сәхәбәләре – Башҡорт иленә ебәрелгән илселәре ерләнгән Нарыҫтау итәгендә үткән меңәрләгән кешене йыйған йыйындар үҙе генә ни тора. Шулай булғас, ауыҙ тултырып, был йәһәттән алға китеш бар, тип әйтергә мөмкин.
Башҡортостан – ысын мәғәнәһендә әүлиәләр менән тулы ил! Рәсәйҙең бүтән бер төбәгендә лә ул хәтлем әүлиәләр булмаған.


– Башҡорт балалар матбуғатының милли рухты тәрбиәләү, “аманат” һүҙен әйтеү бурысы ла бар. Башҡа халыҡтарҙы иҫәпкә алмайынса ғына әйткәндә, башҡорт балаларының асылы һаҡланһын өсөн матбуғат нимә эшләй?

– Башҡорт балалар матбуғатының, шул иҫәптән “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының үҫеп килгән быуында башҡорт милли рухын тәрбиәләүҙәге эше баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, беҙ 100 йыллыҡ тарихлы ҙур башҡорт матбуғаты, уның ҡаҙаныштары тураһында һүҙ йөрөткәндә, һәр саҡ шуны күҙ уңында тоторға тейешбеҙ: балалар матбуғаты ул – башҡорт матбуғатының нигеҙе. Ул булмаһа, ололар матбуғаты ла юҡҡа сыға, йәғни нигеҙһеҙ өй нимә эшләй? Әлбиттә, емерелә! Үҫеп килгән быуында гәзит-журнал һәм китап уҡыуға мөхәббәт тәрбиәләгәндә һәм улар балалар матбуғатын уҡып үҫкәндә генә киләсәктә бүтән йәштәр һәм ижтимағи-сәйәси баҫмаларҙы уҡыясаҡтар.
90 йыл донъя күреп килгән “Аманат”тың эшмәкәрлегенә килгәндә, уның рухиәт өлкәһендәге хеҙмәтенең бер йүнәлешен генә атап үтеү ҙә журналдың башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләүҙәге эшен күҙалларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, бөгөн башҡорт рухи көмбәҙенең алтын бағаналарының береһе булған яҙма ижад өлкәһендә эшләгән яҙыу­сылар, шағирҙар, драматургтар, журналис­тарҙың барыһы ла тиерлек – заманында балалар баҫмаларында, шулай уҡ “Аманат”та ҡәләмен сарлап, уларҙан хуплау табып, күңелдәре үҫтерелеп, дәрт алып, артабан оло ижад донъяһына сыҡҡан кешеләр. Шулар араһынан, мәҫәлән, бөтөн Рәсәй әҙәбиәтенең классигы булып танылған, тиҙҙән республи­кабыҙ уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйынған Мостай Кәримде генә алайыҡ. Ул үҫмер сағында иң беренсе шиғырын хәҙерге “Аманат”, ул ваҡыттағы “Пионер” журналында баҫтыра. Шунан, редакция хеҙмәт­кәрҙәренән ижадына ҡарата хуплау һүҙҙәре ишеткәс, дәртләнеп, артабан ижад итә башлай. Тағы шиғырҙар, мәҡәләләр ебәрә.
Шунан инде, йәш ижадсының һәләтен күреп, 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты студенты, 19 йәшлек Мостафа Кәримовты әҙәби хеҙмәткәр итеп “Пионер”ға эшкә алалар. Мостафа Сафа улы заманында үҙенә оло ижадҡа юл асҡан “Пионер” журналына ғүмере буйы рәхмәтле булып йәшәне. Журналдың юбилейы уңайынан биргән интервьюһында ла был турала әйтеп китә.
Бөгөн бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың бөйөк аманатын – “Башҡорт­тарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән мәшһүр саҡырыуын үҙенең девизы итеп алған, байраҡ итеп күтәргән “Аманат” бына 90 йыл буйына инде ата-балаларыбыҙ аманатын – беҙгә үткән быуындарҙан аманат итеп ҡалдырылған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы – үҫеп килгән быуынға тапшырып ҡалдырыуҙа һөҙөмтәле эшләй, тип иҫәпләйем.
Лариса, һин үҙең дә бит – быға асыҡ миҫал: балалар баҫмаларында ҡанат нығытып, ҡәләмеңде уңышлы һынағандан һуң оло юлға сыҡҡан атаҡлы журналист, әле әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән әүҙем ижадсыларыбыҙҙың береһе.
– Һеҙҙең менән бергә Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында шағир Шәйехза­даның исемен мәңгеләштереү буйынса апаруҡ эштәр атҡарғайныҡ. Шәхестәр темаһын нисек яҡтырта “Аманат”?

– Лариса, һин минең тарихыбыҙға, тарихи шәхестәребеҙгә ҡарата бик ихтирамлы мөнәсәбәттә икәнде беләһең. Шуның өсөн дә “Йәшлек” гәзитендә, мин – баш мөхәррир, һин бүлек мөдире булып бергә эшләгәндә милләтебеҙ өсөн байтаҡ эш атҡарырға насип булды. Шул уҡ әле һин әйткән Шәйехзада Бабичтың атаһының, бөтөн нәҫеленең төп ауылында мәшһүр шағирыбыҙға, халҡыбыҙҙың азатлыҡ йырсыһына һәйкәл ҡуйҙырыу, атаһы Мөхәмәтзакир Бәбесовтың ҡәберен ипкә килтереп, кәртәләтеп, гранит таш ҡуйҙырыу, улар йәшәгән йорт урынында торған өй диуарына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырыу, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына юл һалдырыу кеүек уй-ниәттәре­беҙҙең, тырышлығыбыҙҙың, Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов тарафынан хупланып, бойомға ашыуы осраҡлы хәл түгел.
Мин “Аманат”та инде 13 йыл эшләйем. Һәм шуны ышандырып әйтә алам: журналдың бер һаны ла башҡорт халҡының шәхестәрен урап үтмәй. “Башҡорт тарихы”, “Билдәле шәхестәр­ҙең бала сағы” – уҡыусыларыбыҙҙың яратып уҡыған рубрикалары. Беҙҙе уҡыған олораҡ быуын кешеләренең дә, “Аманат”ты тарихты яҡшы яҡтыртҡаны өсөн яратам, тип әйткәне бар. Ә береһе беҙгә яҙған хатында былай тигән ине: “Аманат” килһә, йәшереп иң беренсе үҙем уҡып алам да шунан ғына балаларға бирәм. Миңә унда бөтөн нәмә лә ҡыҙыҡ, айырыуса тарих буйынса мәҡәләләр оҡшай”.


– Башҡорт матбуғатының киләсәге бармы? Йәш хәбәрселәрегеҙ журналға ниндәй мөнәсәбәттә?

– Башҡорт балалар матбуғатының киләсәге бар, әлбиттә. Шулай булғас, оло башҡорт матбуғатының да киләсәге өмөтлө! Быны йәш хәбәрселәребеҙ миҫалында ла күрергә мөмкин. Йыл һайын өсәүҙән алып унауға хәтлем үҫмергә “Йәш хәбәрсе” танытмаһы тапшырабыҙ. Йәғни беҙгә яҙышыусылар, элекке осор менән сағыштырғанда, әҙерәк кәмеһә лә, уның ҡарауы, сифаты кәмемәй. Мин эшләгән осорҙа ғына 70 кешегә йәш хәбәрсе танытмаһы тапшырҙыҡ. “Аманат”тан ҡанатланған ошо малай һәм ҡыҙҙар киләсәктә рухиәтебеҙҙең, мәҙәниәте­беҙҙең алтын терәүҙәренә әйләнеренә иманым камил.


Читайте нас