Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октября 2019, 13:07

Һәләтте бәләкәйҙән үҫтереү зарур

Бөтә Рәсәй “Башҡортос­тан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсын уҙғарыу күркәм йолаға әйләнде. Ул балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың белем кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡ­лашыу маҡсатында үткәрелә. Мәғлүм булыуынса, 16-17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының “Химиктар” мәҙәниәт һарайында I Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр конкурсы уҙасаҡ. Сараны ойошторған “Максимум” реклама-маркетинг компанияһы директоры Юлия РЯБЧИНСКАЯ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

16-17 ноябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр конкурсы була.


Бөтә Рәсәй “Башҡортос­тан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсын уҙғарыу күркәм йолаға әйләнде. Ул балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың белем кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡ­лашыу маҡсатында үткәрелә. Мәғлүм булыуынса, 16-17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының “Химиктар” мәҙәниәт һарайында I Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр конкурсы уҙасаҡ. Сараны ойошторған “Максимум” реклама-маркетинг компанияһы директоры Юлия РЯБЧИНСКАЯ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.


– Юлия Вячеславовна, аңлауымса, был сара һеҙ быға тиклем ойошторған “Башҡортостан таланттары” конкурсының дауамы?

– Был конкурсты инде өс йыл эсендә алты тапҡыр үткәрҙек. Ул беренсе тапҡыр 4–17 йәшкә тиклемге балалар өсөн ойошторолдо һәм “Өфө уттары” күңел асыу үҙәгендә үтте. Сара республика кимәлендә ҙур танылыу алды. Уның еңеүсеһе Наҙгөл Отузова аҙаҡ “Голос. Дети” конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Шулай итеп, баш­ланғыс өмөтлө булғас, йылына ике тапҡыр ойоштора башланыҡ. Конкурс мәҙәниәт, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министр­лыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “МАТУР ТВ” телеканалы ярҙамында уҙғарылды.
– Тимәк, Бөтә Рәсәй “Баш­ҡортостан таланттары” конкурсы – һәләтле балалар өсөн үҙенсәлекле проект...

– Беҙҙең эшмәкәрлек яҡшы­ларҙан-яҡшыны асыҡлауға, ижадты үҫтереүгә һәм һәләтле балаларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән. Ике йылда беҙҙең конкурстарҙа өс мең­дән ашыу бала ҡатнашты. Улар­ҙың һәр береһенә бүләктәр тап­шырҙыҡ. Бынан тыш, 1400-ө приз­лы урынға лайыҡ булды.
Эйе, сара танылыу алды. Атай-әсәйҙәр һорауы һәм беҙҙең һәләтле балаларҙы үҫтереү теләге уны артабан да дауам итеүгә булышлыҡ итте. Беренсе конкурста 50 бала ҡатнашһа, алтынсыһында – Халыҡ-ара ба­лаларҙы яҡлау көнөнә арнап уҙғарылғанында конкурсанттар 900-гә етте. Шулай итеп, сара тора-бара киң билдәлелек яуланы, уның өсөнсөһө инде Рәсәй кимәле статусында ойошторолдо. Ә бишенсе юбилей конкурсында 1500 бала үҙенең һәләтен күрһәтте. Алтынсы конкурста Ҡаҙағстан Республи­каһынан 30 бала ҡатнашыуы беҙҙе, артабан үҫеүгә этәргес булып, Халыҡ-ара конкурс кимәленә сығарҙы.
– Халыҡ-ара конкурс статусын алыу өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк?

– Ошо кимәлгә сығыу өсөн конкурста сит илдән дә ҡатна­шыусылар булырға тейеш, ә беҙҙә улар 30-ҙан ашып китте. Хәҙер беҙ Мәскәүҙән, шулай уҡ сит илдән дә үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, донъя кимәлендә танылыу яулаған жюри ағзаларын саҡырасаҡбыҙ.
– Положениела алдағы сараларҙан айырма бармы?

– Элеккесә балаларҙы ашатыу, һәр балаға бүләк тапшырыу сараһы һаҡлана. Ул байрам кеүек үтһен, балалар яҡшы тәьҫораттар алып ҡалһын өсөн беҙ фотоға, видеоға төшөүҙе ойошторабыҙ, телевидение ла йәлеп ителә.
Мәҫәлән, “Сағыу” тип аталған фотоға тө­шөү урыны тематика буйынса биҙәләсәк, унда балалар бушлай фотоға төшә һәм уны үҙҙәренә күсереп ала. Беҙҙең приз фонды үҫә, Гран-при яулаған балаларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Халыҡ-ара кимәлдә булғас, хәҙер конкурсанттарға талаптар артасаҡ. Ҡатнашырға теләгәндәр, элекке кеүек сайтта, “Бәйләнеш”тә, “Инстаграм”да ғариза ҡалдыра ала.
Сарала 3 – 17 йәшлек балалар ҡатнаша, шулай уҡ 18 йәштән өлкәнерәктәргә лә һәләтен күр­һәтеү мөмкинлеге бирелә. Бәйгелә йырларға ла, бейергә лә, нәфис һүҙ һөйләргә лә, үҙенсәлекле жанрҙа сығыш яһарға ла, музыка ҡоралдарында уйнар­ға ла, үҙең теккән кейем­дәрҙе күрһәтеүҙе (мода театры) ойошторорға ла мөмкин. Уларҙың һәр береһе буйынса айырым номинациялар ҡаралған.
– Конкурста уңыш­ҡа өлгәшкән балалар ме­нән артабан да бәй­ләнеш тотаһығыҙмы?

– Беҙҙең конкурста гала-концерт ҡарал­маған, шуға ла уңышлы сығыш яһаған бала­ларҙы саҡырып, ҡала буйынса уҙған сараларҙа сығыш яһау мөмкинлеге тыуҙырабыҙ. Ошондай юлдар аша уларға артабан үҫергә мөмкинлек бирәбеҙ. Улар беҙҙән алған, аудио- һәм видео­яҙмаларҙы файҙаланып, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған башҡа сараларҙа ҡатнаша. Быйыл 9 Май байрамында Өфөнөң И. Якутов ял паркында һәм Иглин районындағы Күҙәй ололар һәм инвалидтар йорт-интернатында хәйриә концертын ҡуйҙылар.
Артабан да балалар һәм ҡарттар йорттарында хәйриә концерттары менән сығыш яһарға йыйынабыҙ. Ҙур концерт майҙан­дарында сығыштарҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең конкурсанттар Өфөлә уҙасаҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Рәсәй эшҡыуарлыҡ форумында сығыш яһау хоҡуғын алды. Быйыл финалға сығыусы­ларҙы йыйып, ҙур концерт ҡуйыу маҡсаты тора. Ғөмүмән, конкурста ҡатнашыусылар юғалып ҡалмай, ҡайһы берҙәре артабан алып барыусы булып китә, эфирға сыға. Мәҫәлән, “Башҡортостан таланттары”нда еңгән бейеүсе ҡыҙҙар Сабина Дадашова, Динә Хәйбуллина, республика кимәлендә уҙған сараларҙа уңышлы сығыш яһап, танылыу яулай.
– Ноябрҙә уҙасаҡ халыҡ-ара конкурсҡа әҙерлек нисек бара?

– 16-17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының “Химиктар” мәҙәниәт һарайында I Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр конкурсы уҙасаҡ, һәм ул “BRILLiANT TALENTS” тип атала. Бәйгенең халыҡ-ара статус алыуы иһә республиканың йәш һәләттәренә ситкә сыҡмайынса, үҙе­беҙҙә уҙғарылған конкурста ҡатнашыу һәм көсөн һынап ҡарау мөм­кинлеген булдыра. Әле беҙгә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Беларусь Респуб­ликаһы кеүек күрше илдәрҙән ҡатнашыу теләген белдереп мөрә­жәғәт иттеләр. Был конкурста ла һәр кем ҡатнаша ала, бер ниндәй ҙә сикләү юҡ.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта цирк оҫталығы буйынса “CIRCUS DIAMONDS” тип аталған халыҡ-ара онлайн конкурс ойошторабыҙ. Ул интернетта бара, ҡатнашырға теләге булғандар беҙҙең сайтҡа инеп, конкурс шарттары менән таныша ала.
– Юлия, ошондай саралар ойоштороу теләге нисек тыуҙы?

– Сығышым менән Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынанмын. 15 йәштән ауылымдан сығып киттем, Өфөлә иҡтисад лицей-интернатын, һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Бала саҡ­тан уҡ тирә-яҡты өйрәнеү буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап килдем. Шул саҡта ойошторолған “Сәсән һүҙе” конкурсында беренсе урын алғаным булды. Мин еңел тормошта йәшәмәнем, үҙемдең тырышлыҡ менән үҙемә юл ярам, шуға ла ауыл балаһына бөгөнгө мөхиттә нығынып китеү, үҙ урынын табыу нисек ауыр булыуын яҡшы аңлайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ауыл балаларының һәләтен үҫтереү мөмкинлеге юҡ йә аҡсалары етмәй, район етәкселегенән дә етерлек кимәлдә ярҙам күрһәтелмәй. Шуға ла ошо конкурсты ойоштороп, республикабыҙҙа йәшәгән балаларҙы үҫтереү маҡсатын ҡуям.

Үҙемдең “Максимум” пиар компаниямды булдырып, эшҡыуарҙарға үҙҙәрен танытыуҙа, билдәлелек яулауҙа ярҙам итәм. Эшҡы­уарлыҡ өсөн оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр кеүек төрлө саралар ойошторам.
Тормоштағы төп девизым: “Булмаҫтайҙы булдырам! Иң мөһиме: теләргә һәм эшләргә!”
– Юлия, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә ошондай сағыу саралар ойоштороп, үҫеп килгән быуынға яңы ҡанаттар ҡуйырға булышлыҡ иткән эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас