Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Октябрь 2019, 12:10

Тәүтормош кешеһе күргәҙмәһенә килегеҙ!

Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарында тәүге тапҡыр һүрәттәр табылыуҙың 60 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостандың Милли музейында фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Сараға был өлкәлә эшләгән ғалимдар, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау органдары вәкилдәре, ғөмүмән, Шүлгәнташтың бөйөклөгөнә битараф булмағандар йыйылды. Күргәҙмә 8 октябргә тиклем эшләйәсәк, моғайын, ҡыҙыҡһынып, барып ҡараусылар күп булыр. Башҡортостан ерлегендәге боронғо хазинабыҙ беҙгә быуаттар төпкөлөнән хәбәрҙәр ебәрә.

Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарында тәүге тапҡыр һүрәттәр табылыуҙың 60 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостандың Милли музейында фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Сараға был өлкәлә эшләгән ғалимдар, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау органдары вәкилдәре, ғөмүмән, Шүлгәнташтың бөйөклөгөнә битараф булмағандар йыйылды. Күргәҙмә 8 октябргә тиклем эшләйәсәк, моғайын, ҡыҙыҡһынып, барып ҡараусылар күп булыр. Башҡортостан ерлегендәге боронғо хазинабыҙ беҙгә быуаттар төпкөлөнән хәбәрҙәр ебәрә.
Күргәҙмәлә профессиональ фотограф Сергей Пешковтың, Башҡортостан мәмерйәләренең кадастрын төҙөгән Юрий Соколовтың, “Шүлгәнташ мәмер­йә­һе” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Раян Әхмәтйәновтың 55 фотоһы тәҡдим ителә. Уларҙа залдар, мәмерйә рельефтары, экспедицияларҙағы эш барышы һүрәтләнгән. Унан тыш, күп фото­ларҙан интерактив стенд эшләнгән һәм 3Д тур менән мәмерйәнең эсен ҡарап сығырға була. Диуарҙағы һүрәттәр урта палеолит осорона ҡарай.
Александр Рюминдың тәүге тапҡыр диуарҙағы һүрәттәрҙе асыуына 60 йыл тулыу уңайынан ойошторолған күргәҙ­мәлә мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев сығыш яһаны. Ул Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәт­тәр­ҙең ҡиммәтен донъя кимәлендә баһа­лау­ҙарын билдәләне. Ошо уҡ фекерҙе Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт ҡурсауы буйынса идаралыҡ начальнигы урынба­ҫары Алексей Пешков дауам итеп, Шүлгән­таштағы палеолит һүрәттәре ҡомарт­ҡыһы Башҡортостандыҡы ғына түгел, бар донъяныҡы итеүен әйтте. “Заманында Юрий Ляхницкий мәмерйә һүрәттәрен һаҡлау өсөн күсермәләрен эшләү кәрәклеген билдәләгән. Был йә­һәттән бөгөн Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин ҙур эш алып бара. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөү – беҙҙең ҡомартҡыны донъя кимәленә алып сығырға ярҙам итәсәк”, – тине ул.
Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев үҙ сығышында мәмерйәнең башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр” менән бәйле булыуын әйтте. Ул үҙ ерлегебеҙҙәге бай­лыҡтарҙы һаҡлауға өлөш индергән һәр белгескә рәхмәтен ет­керҙе. Ошо уҡ фекерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев та дауам итеп, һүҙ сәнғәтендә лә, фольк­лорҙа ла еребеҙҙең боронғолоғон раҫ­лаған мәғлүмәттәр һаҡланыуын бил­дәләне.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев: “Шүлгәнташҡа бәйле һәр проблеманы Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ”, – тип аңлатты. Музей комплексын төҙөү бик күп мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, тип билдәләне ул.
Музей төҙөү Бөрйән районы халҡына ла уңайлыҡтар тыуҙырыр, тигән өмөт бирә: юлдар һалына, электр, газ үткә­релә, транспорт бәйләнеше һәм башҡа уңайлыҡтар булдырыла.
Башҡортостан Фәндәр академия­һының вице-президенты Айтуған Аҡ­манов үҙ сиратында дөйөм эш өсөн берҙәм уйлы булыу, Шүлгәнташты донъя кимәленә алып сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланыу маҡса­ты­нан көстәрҙе туплау кәрәклеген әйтте. Башҡорт дәүләт университе­тының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Ураҙова ла, Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Уралдың археологик мираҫы бүлеге мөдире Илшат Бахшиев та боронғо ҡомартҡыны һаҡлау өсөн ғалимдар үҙ сиратында эште дауам итәсәген билдәләне. Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнул­лин: “Заманында Башҡортостан Хөкүмәте Шүлгән­ташты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе тәҡдим иткәйне. Был эште еренә еткереү маҡ­сатынан ойошторолоған саралар халҡы­быҙ йәшәгән төбәктең ҡомартҡыһын бар донъяға танытыр көн тыуыр!” – тине.
Читайте нас