Ш. Бабич юҡҡа ғына “Ал да нур сәс халҡыңа” тимәгән бит!
Ш. Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһында “Идеяларҙан – ғәмәлдәргә” тип аталған республика һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтте. Унда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары, уҡытыусылары ла ҡатнашты.
Был фестиваль – ул һөнәрҙәрҙең мәғариф майҙансығы булды, тиһәк, моғайын, дөрөҫ булыр. Унда ҡатнашыусылар Башҡортостандың, йәғни Көньяҡ Уралдың иҡтисады тармаҡтарында көнүҙәк булған һөнәрҙәр менән танышты. Акцияла төрлө һөнәрҙәр буйынса интерактив зоналар эшләне. Был сараның төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалау, уларҙың бәҫен арттырыу, мәктәп уҡыусыларында, студенттарҙа, ата-әсәләрҙә һөнәр һайлауға ярҙам итеү, заманса фекерләргә өйрәтеү.
Акция сиктәрендә ”Белем алыусыларҙың һөнәр һайлауҙа үҙбилдәләнеш моделен булдырыу: иртә һөнәри йүнәлеш биреүҙән хеҙмәт баҙарындағы адаптацияға” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Сарала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ф. Шәйхисламова, төрлө предприятие етәкселәре, уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн мини-лекциялар, социаль педагогтар, һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыштар диагностикаһы буйынса белгестәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, диагностика һөҙөмтәләре буйынса шәхси консультациялар ойошторолдо.
Сибай институты фестивалдә ҡатнашыусыларға ҙур программа тәҡдим итте: вуздың эшмәкәрлеге, уҡытыу системаһы, йәшәйеше тураһында видеоролик күрһәтелде, белгестәр әҙерләү йүнәлеше буйынса махсус буклеттар һәм ҡулланма материалдар таратылды. Институттың төрлө йүнәлештә белем биреүен, студенттарын күп төрлө һөнәр эйәләре итеп сығарыуын иҫәпкә алғанда, был осрашыуҙан бик күптәр үҙенә фәһем һәм файҙалы мәғлүмәт алды.