Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Октябрь 2019, 16:14

"Хәтерләүҙәр, ағын һыу һымаҡ, сафландыра”

“Башҡортостан” гәзите мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы үткәргән ижади бәйгелә үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яҙмалары өсөн яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
“Башҡортостан” гәзите мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы үткәргән ижади бәйгелә үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яҙмалары өсөн яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова өсөнсө урынға лайыҡ булды.


– Баш гәзитебеҙ “Башҡортостан” олуғ шәхесебеҙ, бар ғаләм-ғәмгә билдәле мәшһүр әҙибебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең оло юбилейына ҡарата уның замандаштарына иҫтәлектәр, хәтер-сәхифәләр менән уртаҡлашырға форсат биреп, үтә мөһим, изге эш башҡарҙы. Сөнки, Мостай ағай үҙе яҙғанса, “хәтерләүҙәр, ағын һыу һымаҡ, сафландыра”. Бөтә редакцияға, ошо теманы алып барған журналист Гүзәлиә Балтабаеваға шәхсән ҙур рәхмәт!


Мин Мостай ағайҙың ижады хаҡында һүҙ алып барманым, был өлкәлә ғүмер буйы эшләгән, күп көс һалған Тимерғәле Килмөхәмәтовтан, Шәүрә Ғилманованан арттырып ни өҫтәргә була? Әммә әйтер һүҙем бар ине: бөйөк әҙибебеҙҙең ябайлығы, кеселеклелеге, йәшерәк ҡәләмдәштәренә иғтибарлылығы, атайҙарса мөнәсәбәте хаҡында.


Мостай Кәрим – беҙҙең милли ғорурлығыбыҙ, уның ижады башҡорт әҙәбиәтен донъя аренаһына алып сыҡты. Уның менән бер йыһанда, бер орбитала – ижадта күрешеүҙәрем өсөн яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен, – тине әҙибә, шатлығы менән уртаҡлашып.
Читайте нас