“Башҡортостан” гәзите халҡыбыҙҙың бөйөк улы, мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы үткәргән ижади бәйгелә төплө, ҡыҙыҡлы яҙмалары өсөн Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Салауат Рәсүлев беренсе урынға лайыҡ булды. Ул Мостай Кәримдең тормошондағы бик үк яҡтыртылып бөтөлмәгән осор – Учалы районында үткәргән ваҡыты хаҡында мәҡәлә әҙерләгән.
– Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәрим уҙған быуаттың 50-се йылдары башында дүрт-биш йыл рәттән Учалы районының Өргөн ауылына килеп, ғаиләһе менән йәй көндәрен үткәрә торған булған. Ул бында ижад иткән, дауаланған. Әҙиптең “Өс таған” әҫәре, “Европа–Азия” шиғырҙар циклы, “Иләү эйәһе” хәтирәләре, “Бейеш”е, “Әбүбәкир”е ошо йылдарҙа яҙылған. Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғ.С. Фәтҡуллинға 40 йәш тулғанда (1954) “Ғөбәйгә” исемле шиғыры яҙыла. Был шиғырҙа үҙе төйәк тапҡан Өргөн, Учалы, Ҡалҡан ауылдары күрһәтеп үтелә. 90-сы йылдар аҙағында Учалы районының данлы ҡыҙы Рәшиҙә Солтановаға арнап “Быуат менән хушлашыу” шиғырын ижад итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, М. Кәрим биографияһының Учалы осоро өйрәнелмәне, бушлыҡ булып ҡала килде. “Йәшлек” һәм “Башҡортостан” гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләр шул аҡ тапты бөтөрөргә ниәт итеүҙән килеп сыҡты.
М. Кәрим Учалыға драматург Мөхәммәт Хәйҙәровҡа һәм “Совет” колхозы рәйесе Ғөбәй Фәтҡуллинға төбәп килә. Улар өсәүһе лә ХХ быуат башында тыуғандар. Йәнә бөтәһе лә крәҫтиән балалары, журналистар һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре. Уртаҡ яҙмыш – “өс таған”.
М. Кәрим “Өс таған” персонаждары прототиптарын да Өргөн ауылы малайҙарынан алған. “Яңғыҙ ҡайын”да колхоз рәйесе, шулай уҡ үҙе йәшәгән йорттоң хужабикәһе Ҡобора әбей ҙә – беҙҙән сыҡҡан персонаждар.
Әле булһа ла ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләре М. Кәримде ҙур һөйөү, хөрмәт һәм яҡшылыҡ менән иҫкә ала, – тип фекерҙәре менән бүлеште Салауат Рәсүлев.