Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октября 2019, 07:05

Бергәләп башҡарайыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова 11 октябрҙә байрам концерты сиктәрендә Башҡортостан гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова 11 октябрҙә байрам концерты сиктәрендә Башҡортостан гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы.


Гимндың 25 йыллығына арналған акция бөгөн 17 сәғәт 30 минутта башлана. Флешмоб “Торатау” конгресс-холы артындағы ам­фитеатрҙа үтә.


– Гимн дәүләт телдәрендә – русса һәм башҡортса башҡарыласаҡ. “Ватан” этнопаркында гимндың тексы экранда күренәсәк. Барығыҙҙы ла акцияла ҡатнашырға саҡы­рабыҙ, – тине Эльвира Айытҡолова.


Мәғлүм булыуынса, республика гимны му­зыкаһын дирижер һәм композитор Фәрит Иҙрисов яҙған. Текст авторҙары – Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр. Уны рус теленә Фәрит Иҙрисов менән Светлана Чураева тәржемә иткән.


Башҡортостан Республикаһы гимны


Башҡортостан, hин – hөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ал таңы.


Дан hиңә, Башҡортостан!

Илен hөйгән азат халҡыңа дан!

Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә

Сәскә ат, Башҡортостан!


Башҡортостан, hин – хөрмәтле

данлы ил,

Еңеү яулап алға бараһың.

Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә

Һинең ғорур рухлы байрағың.


Республикам, йондоҙ булып балҡы hин,

Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.

Тыуған ерҙә hүнмәҫ усағыбыҙ,

Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
Читайте нас