Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октября 2019, 09:32

Мәҙәни усаҡтар йәнләнә

2024 йылға тиклем республикала ун сәнғәт мәктәбе асыу һәм уларҙа уҡыған балаларҙың һанын 55 меңгә еткереү планлаштырыла. Бөгөн уларҙа 47 мең кеше уҡый. “Шулай уҡ ошо осорҙа төбәгебеҙҙә 40 күп фукнциялы мәҙәниәт учреждениеһын асыу ҙа планға ингән”, – тине клуб учреждениелары директорҙарының II Бөтә Рәсәй съезында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Был өлкәгә иғтибар көсәйә.


2024 йылға тиклем республикала ун сәнғәт мәктәбе асыу һәм уларҙа уҡыған балаларҙың һанын 55 меңгә еткереү планлаштырыла. Бөгөн уларҙа 47 мең кеше уҡый. “Шулай уҡ ошо осорҙа төбәгебеҙҙә 40 күп фукнциялы мәҙәниәт учреждениеһын асыу ҙа планға ингән”, – тине клуб учреждениелары директорҙарының II Бөтә Рәсәй съезында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.


“Мәҙәниәт” милли проекты сиктә­рендә республикала шулай уҡ 26 күп функциялы мәҙәниәт йорто төҙөү ҡаралған. Унан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 14 яңы өҫтәмә ауыл клубы һалыу тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. 2024 йылға, тимәк, 40 күп функциялы мәҙәни объект үҙ ишектәрен асасаҡ.
Мәҙәни усаҡтарҙың ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла йәнлә­неүе бик мөһим. Милләттәш­тәребеҙҙең күбеһе төбәктәрҙә йәшәүен, йәнә лә бөгөнгө мобиль тормошта теләһә ҡайһы артист ауыл еренә барып етеүен иҫәпкә алғанда, хәҙерге заманда республика халҡы ҡайҙа көн итә, шунда мәҙәниәт йорттарының, клубтарҙың йәнле эш алып барыуы зарур. Был йәһәттән ауыл клубта­рының эшен ҡеүәтләү өсөн “Клуб’ ok XXI” республика конкурсы уҙға­рылып килә. Һуңғы йылдарҙа төбәктә 74 мәҙәни учреждение сафҡа ингән. Башҡортостан федераль кимәлдә коллегалары менән тәжрибәһен уртаҡлаша һәм төбәгегебеҙҙә даими рәүештә күп функциялы ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә бирә.
Бөрө ҡалаһында урынлашҡан күп функциялы “Умникум” үҙәге бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Унда йәштәр, балалар ғына түгел, өлкән быуын вәкилдәре лә шөғөлләнә. Әйткәндәй, клуб учреждениелары директорҙарының II Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусылар уны барып ҡараны, ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Бер ҡараһаң, мәҙәниәт менән йәшәү кимәленең ни бәйләнеше бар, тиерһегеҙ, әммә һуңғы йылда мәҙәни усаҡтар асылған, күп функциялы мәҙәни үҙәктәр сафҡа ингән төбәк­тәрҙә, миграция, йәғни ситкә китеү күренештәре, айыры­лышыуҙар кәме­гән, никахтар һаны артҡан. Шуны ла иғтибарға алырға кәрәк, яңы мәҙәни учреждениеларҙа эшләгәндәрҙең һөнәри кимәлен арттырыу, заманса талаптарға яуап бирерлек белгестәр әҙерләү ҙә мөһим.
Бөгөн мәҙәниәт усағында эшләгән кешеләр элеккесә йырлап-бейеп, концерт күрһәтеп кенә халыҡты йәлеп итә алмай. Әлеге ваҡытта мәҙәни сараларға тамашасыны йыйыу ғына түгел, уларҙы ҡатнаштырыу ҙа кәрәк, улар байрамдарҙың төп геройы булыуы ла ихтимал. Мәҙәниәт ми­нистрлығы тарафынан булдырылған “Smartклуб” һөнәри оҫталыҡ конкурсы ла тап ауыл ерендә мәҙәни учрежде­ниеларҙа яңы эш йүнәлештәрен, мәҙәни-ял эшмәкәрлегенең инновациялы формаларын уйлап табыуҙы күҙ уңында тота.
Киләһе йыл республика Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Төрлө дәүләт вәкилдәрен, фольклор белгестәрен ҡаршылауға республикала ҙур әҙерлек бара, төбәгебеҙ ҙур ижади майҙанға әүереләсәк. Был сараға һәр район һәм ҡала йәлеп ителгән, бер генә төбәк тә унан ситтә ҡалмаясаҡ. Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты, халыҡ-ара фестивалдәр, төрлө мәҙәни саралар үткәне бар, шуға күрә донъя халҡын ҡабул итеү беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел. Әммә был сара Башҡортостандың заманға ярашлы мәҙәни мөмкинлектәрен дә сағылдырырға тейеш.
2020 йылда Рәсәй Федера­ция­һында виртуаль концерт залдары асыла, башта улар араһында конкурс иғлан ителгәйне. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ойошторған “Кәрәҙле мәҙәниәт” проектында 68 төбәк ҡатнашып, республиканың ике учреждениеһы еңеүселәр исемле­генә инде. Улар – Ишембай районының балалар сәнғәт мәктәбе һәм Сибай ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе. Виртуаль концерт залдарын йыһазландырыу өсөн Башҡортостан ике миллион һум аҡса ала.

Республикала “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы, мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ижади һәм идарасы белгестәрҙең белемен камиллаштырыу эше бара. Быйыл ғына 351 хеҙмәткәр был программа буйынса белемен арттырған. Уҡығандан һуң улар Гнесиндар исемендәге Рус музыка академияһының һәм А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһының танытмаһын ала.
Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хо­реография колледжының ете уҡытыусыһы Санкт-Петербургта А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһына уҡырға юлланды.

Читайте нас