Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октября 2019, 16:40

Радик Юлъяҡшин Төмәндә дауаханаға эләккәнме?

"Көтмәгәндә дауаханаға беҙ килеп инһәк, ҡурҡмаҫмы икән, тип бик тулҡынландым”.

Фото: 02.rodina.newsФото: 02.rodina.news
Фото: 02.rodina.news
Танылған йырсы Радик Юльяҡшин Төмәндә гастролдәр ваҡытында Алина исемле тамашасыһының хәлен белергә тип дауаханаға килгән.
“Уның апаһы Диана, мөмкинлегегеҙ булһа, дауаханаға һеңлем янына килегеҙ әле, тип үтенеп хат яҙғайны. Был хаҡта Алина үҙе белмәй ине. Көтмәгәндә беҙ килеп инһәк, ҡурҡмаҫмы икән, тип бик тулҡынландым”, – тип яҙған Радик.
Йырсы ҡыҙға йомшаҡ аҡ айыу һәм сәскәләр, күстәнәстәр биргән. Алинаның күптән түгел тыуған көнө булған. Радик уны 20 йәшлек юбилейы менән тәбрикләп, үҙе тураһында китап та бүләк иткән.
Читайте нас