Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә киң билдәлелек яулаған был төркөмөбөҙ яҡташыбыҙ, Өфө егете Сергей Приказчиков тарафынан төҙөлә. Ул да ватандаштарын байрам менән ҡотларға килгән.
Ғөмүмән, Сергей бер ҡасан да тыуған республикаһын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай.
Билдәле булыуынса, уға быйыл йәй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме лә бирелде.
"Ватан" этнопаркындағы көллө халыҡ уға ҡушылып йырлай, яратҡан төркөмдөң моңдарына ҡойонорға һыуыҡ та кәртә түгел.