Ҡалтасы районының Вәсил ауылында байрам алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар хөрмәтенә обелиск асылды. Ул – Ҡалмыябаш ауыл биләмәһендә "Реаль эштәр" проектына ярашлы төҙөлгән өсөнсө һәйкәл.
Обелиск асыу тантанаһы ҙур байрамға әүерелде. Был көндә Васил ауылы халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ю.М. Садыров, Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары хәрби комиссары, подполковник М.К. Харисов һәм башҡа ҡунаҡтар килде.
"Яу яландарында ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Улар беҙҙең таңдарыбыҙ яҡты, тыныс булһын өсөн башын һалған, исемдәре күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ", – ти Вәсил ауылы халҡы.