Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Октябрь 2019, 20:54

Башҡорт фильмын Америкала күрһәтәсәктәр!

Режиссер Булат Йосопов фестивалгә рәсми саҡырыу алған. Сара 6-14 ноябрҙә үтә.

Фотолар: "Бәйләнештә".
Фотолар: "Бәйләнештә".
Кинорежиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмы Лос-Анджелеста күрһәтеләсәк.
Кисә Булат Йосопов Азия халыҡ-ара кино фестиваленең башҡарма һәм тапшырыуҙар программалары директоры Джорджес Чамчундан рәсми саҡырыу алған. Шулай итеп, “Беренсе Республика” фильмы фестивалдең конкурс программаһында ҡатнашасаҡ.


Был күптәргә билдәле фестиваль 6-14 ноябрҙә Лос-Анджелеста, Калвер-Ситила үтәсәк. Булат Йосоповтың фильмын Голливудтың сит илдәр матбуғаты ассоциацияһына (HFPA) һәм кинокомпанияға күрһәтеү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, был ойошма – “Алтын глобус” кино премияһының төп бағыусыһы.
Джорджес Чамчун башҡорт кинорежиссерына республиканы, хатта тотош илебеҙҙе күрһәтәсәк фильмдың һайланыуы менән ҡотлаған һәм уға, уның компанияһына уңыштар теләгән. Әйткәндәй, был фестивалдә 50-нән ашыу ил ҡатнашасаҡ.
Читайте нас