Был хаҡта ул "Шәһри Ҡазан" гәзитенә: "Эйе, сер түгел, йәш саҡта күсеп килергә күп тәҡдим яһанылар, – тигән. – Әммә тыуған ерҙән айырылып китә алманым. Тыуған яҡҡа береккәнлек ул әсәй менән бәйле. Әсә һөтө менән ниндәйҙер бәйләнеш бар, күрәһең. Ғәзиз кешем иҫән сағында ситкә китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Тик, ҡыҙғаныс, әсәй үлгәс, тыуған ер менән бәйләнеш юғалды. Хәҙер хатта Американан берәй яҡшы тәҡдим менән сыҡһалар, күсеп китә алам. Ул минең генә түгел, ә күп кешенең шулай икән. Мин әсәйҙең һөйөп туймаҫ төпсөгө инем. Мине ул иркәләп, наҙлап үҫтерҙе, 45 йәшемдә лә тупылдатып һөйөр ине... Башҡа туғандарыма бер төрлө ҡарай ине, ә мине күрһә: "Фәдискәйем!" – тип күҙҙәре йәшкә төйөлә ине мәрхүмкәйемдең".