Бөгөн йырсы Ришат Төхвәтуллиндың ижадын яратмаған кеше һирәктер, моғайын, ул – башҡорт-татар эстрадаһында иң көтөп алынған йырсыларҙың береһе.
Ришат, үҙен хөрмәт иткән һәр артист кеүек үк, тамашасыһынан үҙенең концерттарына ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынып тора. “Һеҙҙең фекерегеҙ минең өсөн һәр саҡ мөһим”, – тип яҙған ул Инстаграмда.
Күптән түгел йырсы Мәскәүҙә гастролдә йөрөп ҡайтты. Бында ла ул тамашасы фекерен белеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаған. Әлбиттә, йырсы тураһында бары тик йылы һүҙҙәр генә әйтәләр. Берәүҙәр уны – Илһам Шакиров, икенселәр Хәйҙәр Бигичев менән сағыштырған.
Тимәк, тамашасы йәш йырсыны ифрат юғары баһалай. “Ришат, һин – башҡорт-татар халҡының ғорурлығы. Үҙеңде тыңлап йыуанабыҙ, моңланабыҙ; шул тиклем хеҙмәт һөйөүсән булыуыңа һоҡланабыҙ”, – ти артистың ижадын һөйөүселәр.