Башҡортостандың Милли музейында Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап, “Башҡортостанда театр сәнғәте инеше” тип аталған күргәҙмә асылды. Ундағы бар экспонаттар музей фондынан алынған.
Экспозицияла ХХ быуаттың беренсе яртыһыда төбәктә театр эше йәнләнгән йылдарҙағы әйберҙәр, мәғлүмәттәр тупланған. Театр сәнғәте әһелдәре, данлыҡлы шәхестәр һәм улар ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙән фотолар, артистарҙың шәхси бүләкләү документтары, афишалар, хатта програмкалар урын алған.
Әлбиттә, иң ҙур иғтибар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бирелгән. Быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләгән театр һәм халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән күренештәр сағыла фотоларҙа.
Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев: ”Был күргәҙмә театр һөйөүселәргә бик ҡыҙыҡлы булыр”, – тине.