Зәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Ризуан Закирхан улы Хажиевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе булып үтте.
– Төньяҡ-көнсығыш райондарға үҙ хәбәрсе итеп тәғәйенләнгәс, район партия комитетына килдем, миңә гәзит һәм өлкә комитет ҡушҡан заданиеларҙы үтәү өсөн йөрөп килергә машинаһын да, тейешле мәғлүмәтте лә биреп торорға тейештәр, әммә бер нәмә лә юҡ. “Һин үҙебеҙҙең егет, табырһың әле”, - тип кенә ҡуйҙылар.
“Шулаймы ни, үҙегеҙҙең егет икәнде күрһәтәйем әле!” тип, тәүҙә беренсе секретарҙың эше тураһында һуғанлап-борослап яҙылған мәҡәлә донъя күрҙе, артабан башҡа тәнҡит мәҡәләләре лә сыға башланы...” – хәтер кисәһе Ризуан Хажиевтың экрандағы ошо сығышы менән башланып китте. Унда Ризуан Закирхан улының хәләл ефете Клара ханым, университетта бергә уҡыған курсташтары, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Мәүлиҙә Яҡупова, композитор Фәрит Иҙрисов һәм БДУ-ның филология факультетынан бер төркөм студенттар ҡатнашты.
Республика гәзит-журналдарында, радио һәм телевидение аша, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай трибунаһынан һәр саҡ дөрөҫлөктө яҡлаған һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға ынтылған был ҡыйыу шәхес тураһында һәр кем яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.