Ролдең ҙуры ла, бәләкәйе лә юҡ.
Был көҙҙә республикабыҙҙың мәҙәни тормошон режиссер Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмы йәнләндереп ебәрҙе. Унда ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ йондоҙ булып балҡыны, кино сәнғәтендә яңы исемдәр барлыҡҡа килде.
Фильмдың премьераһына А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры актрисаһы Сулпан Әбдрәхимова башҡарған ролде – Йәмилдең өләсәһен күрергә ҡыҙыҡһынып килдем. Шундай тормошсан, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаған, бирешмәй торған ҡатынды һынландырған ул.
Әйткәндәй, Сулпандың оҫта киноактриса икәнлеген “Сауап” (режиссер – А. Ғабдуллин, сценарий авторы – Ә. Алдырханова) ҡыҫҡа метражлы фильмында күргән инек. Форсат сыҡҡас, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ролегеҙҙе шул тиклем тәбиғи итеп башҡарғанһығыҙ. Киноны күҙ йәштәре аша ҡараным. Александр Галибин ҙур, әһәмиәтле эш башҡарған. Туған телебеҙ Рәсәй кимәлендәге картинала ҡайһылай ғорур яңғырай!
– “Һеңлекәш” фильмына бәйле ошо йыл эсендәге барлыҡ ваҡиғалар тормошомдағы бәхетле, емешле бер мәл ул. Фильм Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлдө. Ундағы тәбиғәт иҫ киткес матур! Өҫкә ауырға торған ҡаялар, мөһабәт ҡарағайҙар, шарлап ағып ятҡан Инйәр йылғаһы... Урмандарға ҡарап, ирекһеҙҙән һуғыш осоронда ағас ҡырҡырға киткән өләсәйемде күҙ алдына килтерҙем. Йырып сыҡҡыһыҙ шырлыҡҡа бағам да ҡатындарҙың аһ-зарҙарын тоям һымаҡ... Хәйер, эш барышында бындағы хозурлыҡҡа һоҡланмаған кеше ҡалманы. Ә күңел йылыһын йәлләмәй, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған ауыл халҡы һуң?! Шундай ихлас, кешелекле, асыҡ күңелле шул беҙҙең башҡорттар.
Республикала төшөрөлгән фильмдарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап барам. Хәҙер режиссерҙарыбыҙҙың үҙ актерҙар командаһы ла барлыҡҡа килде. Сибайҙар әлегә киноларҙа аҙ күренә. Беҙҙең театрҙан Риф Сәйфуллин (“Внеклассный урок”, “Бабич”) менән Юнир Ғәйнуллиндың (“Визит”) кинола бер аҙ тәжрибәләре бар.
Миңә режиссер Галибин һәм оператор Аграновский кеүек билдәле Рәсәй кинематографистары менән эшләү бәхете тейҙе. Галибинды үҫмер саҡта “Батальондар ут асыуҙы һорай” исемле фильмда актер булараҡ күргән инем. Ә Аграновскийҙың төшөргән фильмдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Ул – бөйөк актерҙарҙы төшөргән профессионал, Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты (ВГИК) профессоры ла. Александр Владимирович эш башланыр алдынан барыбыҙға ла уратып-суратып тормай иҫкәрмә яһаны: “Һеҙ киноға төшәһегеҙ, театрҙағы хис-тойғоларҙы, тәрән кисерештәрҙе онотоғоҙ. Ролгә инәһегеҙ һәм ундағы тормош менән йәшәй башлайһығыҙ”. Мин иһә һанһыҙ ҡабатлап төшөрөүҙәргә әҙер инем. Шул уҡ ваҡытта ығы-зығы килгән балаларға ҡарап, улар нисек уйнар икән, тип борсолған булам. Ғәжәп, әммә фильм бик тиҙ төшөрөлдө, кадрҙар ике-өс дублдән артманы. Балалар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, еңел уйнаны. Бында тәжрибә, юғары оҫталыҡты, команданың ойошҡанлығын иҫәпкә алырға кәрәк. Һәм тағы ла Рәсәйҙең халыҡ артисы булған Галибин да, профессор дәрәжәһен йөрөткән Агранович та үҙҙәрен беҙҙең менән тиң тотто. Бер ниндәй ҙә эрелек, үҙҙәрен өҫтөн ҡуйыу ғәләмәте булманы. Ихлас, оло йөрәкле кешеләр, халҡыбыҙҙың йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән шәхестәр, үҙ эшенең оҫталары. Барыбыҙҙан да ҡәнәғәт ҡалдылар. Рәүис Заһитов, Нәжибә Искәндәрованың уйнауын оҡшаттылар. Галибиндың: “Сулпан, ты – киноактриса, твое место – в кино”, – тиеүе хеҙмәтемә оло баһа. Үҙемде икенсе төрлө баһалай башланым, мәскәүҙәр мине “уятып” ебәрҙе.
– “Һеңлекәш”тең премьераһы Башҡортостанды ла, Мәскәүҙе лә шаулатты. Интернетта ла бер нисә көн эсендә меңдәрсә кеше ҡараған тигән мәғлүмәт бар. Сибайҙар иһә өҫтәмә сеанстар һорап алды. Фильмдың шундай уңышының сере нимәлә?
– Эскерһеҙ, хәйләһеҙ, күңелдәре һөттәй аҡ ҡына балаларҙалыр. Кинола өләсәһе Йәмилгә Тимербәк батыр тураһында әкиәт һөйләй. Фильм да бит: “Тимербәк кеүек минең атайым да батырмы?” – тип башлана. Йәмил өсөн Тимербәктән дә батыр, көслө кеше юҡ. Ул үҙен дә шул батыр тип хис итә. “Нимес”те лә кеше түгел, ә аждаһа итеп күҙ алдына килтерә. Ә ысын фашисты күргәс ни эшләй? Улар ҙа кеше икән! Иптәш малайҙары уларға таш менән бәрә башлағас, туҡтатығыҙ, улай ярамай тип, малайҙарҙың нәфрәтен туҡтатырға тырыша. Сөнки кешенең кешене үлтереүе дөрөҫ түгел. Йәмилдең бәләкәй генә изге йөрәге уны ҡабул итмәй.
Ә Оксана? Тамуҡтан сыҡҡан ҡыҙ. Төпкөл генә башҡорт ауылында ябай кешеләр ҡыҙҙың йөрәгенә ҡот ҡайтаралар, йәнен дауалайҙар.
...Һуғыш башланғанда минең әсәйем мәрхүмәгә ете генә йәш булған. 16 йәшлек ағаһы һуғышҡа киткән, аталары– золом ҡорбаны. Әсәйҙәрен Белоретҡа урман ҡырҡырға хеҙмәт армияһына алалар. Әсәйем апаһы менән йәшәргә урын булмағас, фермала йәшәп ҡалалар. Өлкәндәр менән бер рәттән эшләйҙәр. 14 йәшендә апаһы тракторҙа ер һөрә башлай.
Мин үҙемде белә-белгәндән әсәйемдән һуғыш тураһында ишетеп үҫтем. Аслыҡ, яланғаслыҡ, етемлек. Уҡыу эләкмәгәнгә ғүмер буйы үкенде, сөнки улар ауылдан алыҫта, Ҡараһаҙ тигән утарҙа йәшәгәндәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, нисек тормошто яраттылар! Шул тиклем алсаҡ, шаян, мәрәкәсел булдылар. Йәшен кеүек йәшнәп йәшәнеләр. Ғорур, көслө, сабыр инеләр, эстәре тулы ут булһа ла, кешегә белдертмәйҙәр ине. Әхмәт Лотфуллиндың “Өс ҡатын” картинаһы бар бит, ана шулар беҙҙең өләсәй, әсәйҙәр, инәйҙәр бит...
Шундай ҡатындар тураһында ла кино булырға тейеш, тип уйлайым. Батырҙар тыуҙырған, илде, милләтте тотоп торған матур ҙа, эшсән дә, көслө рухлы ла ҡатындар тураһында картиналар кәрәк. Ундай геройҙарҙы билдәле яҙыусылар әҫәрҙәрендә күрәбеҙ.
Галибин эш барышында башҡорттоң милли һыҙаттарын тулыһынса һаҡланы, башҡа бер нимә лә ҡатнаштырманы. Был һәр кадрҙа күренә. Мәҫәлән, ҡыҙымды оло юлға оҙатҡан кадрҙа башҡорт ҡатындарына ғына хас сабырлыҡты һаҡларға тырыштым.
– Ғәҙәттә, премьераны иң элек актерҙар түҙемһеҙләнеп көтөп ала...
– Эйе, премьераны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алыусылар иң элек үҙебеҙ һәм, әлбиттә, актер балаларҙың ата-әсәләре булды. Фильмды тыныс ҡарау мөмкин түгел. Ул – башҡорттар өсөн генә түгел, Бөйөк Ватан һуғышы афәттәрен үҙ иңендә татыған бар милләттәр өсөн дә ҡәҙерле ҡомартҡы, тарихи әҫәр. Кино төшөрөлгән ваҡытта шул йылдарҙа халҡыбыҙҙың үҙәгенә үткән һуғыш ғәрәсәттәрен күңел аша үткәреп, күҙ алдына килтерҙем. Үҙемде һуғыш эсендә йөрөгән яугирҙең ысын әсәһе тип хис иттем. Шуға ла ролде уңышлы башҡарҙым, тамашасыны ышандырҙым, тип ышаныслы әйтә алам.
Театрыбыҙҙың баш режиссеры Дамир Ғәлимов киноны ҡарағандан һуң: “Сулпан, рәхмәт. Ролең менән ышандырҙың. Көслө хеҙмәт”, –тине. Коллектив та киноны дәррәү ҡараны, оҡшатты, ҡотланы.
Мәскәүҙәге премьеранан алған тәьҫораттар иҫ киткес. Башҡорт мөхитенә барып индек. Ҡурай моңо, башҡорт ризыҡтары, милли кейемдәге ҡыҙҙар. Баш ҡалала бындай премьераны ойоштороуҙа, һис шикһеҙ, Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримовтың тырышлығы ҙур. Ул олатаһының ижадын мәңгеләштереү йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ оло эштәр атҡара. Халҡыбыҙҙы Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә танытыу был.
– Тәүге тапҡыр фильмды ниндәй кисерештәр менән ҡараның?
– Беренсе тапҡыр Мәскәүҙә, “Иллюзион” кинотеатрында тулҡынланып, үҙемә ҡарата тәнҡит күҙлеге аша ҡараным. Тәүҙә ҡыҙыҡһыныу ҙа көслө ине. Премьера ваҡытында үҙемдең башҡорт булыуым менән ныҡ ғорурландым, ә күпме ихтирам тойҙом!
Шунан Өфөләге премьерала булдыҡ. Бында инде оло ғорурлыҡ кисереп ултырҙым һәм фильмдың республика халҡы өсөн ни тиклем кәрәкле икәнлеген аңланым. Үҙебеҙҙең кино! Режиссер Галибин башҡорттарға ниндәй һөйөнөс бүләк итте!
Республика тамашасыһы Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарҙы, Марта Тимофееваны бик йылы ҡабул итте.
Ә өсөнсө тапҡыр коллегаларым менән кинотеатрға барҙым. Унда ябай тамашасы булып, күҙ йәштәренә быуылып, тәрән кисерештәр аша рәхәтләнеп ҡараным.
– Ошо фильм аша башҡорт актерҙарына Рәсәй кимәлендәге киноларға юл асылды тиергә буламы? “Алтын урҙа” сериалында, мәҫәлән, башлыса ҡаҙаҡтар ҡатнашты. Беҙгә артабан ил кимәленә сығыу мөмкинлеге булырмы?
– Хәҙер интернет заманы, мөмкинлектәр бик күп. Төрлө кастингтарға үҙең тураһында яҙып ебәрергә була. “Һеңлекәш”те төшөрөп бөткәс, миңә Мәскәүҙән продюсер Кристина Геранина шылтыратты. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналған документаль фильм төшөрәләр икән. Арыҫлан менән мине фильмда ҡатнашырға саҡырҙы. Көтөлмәгән хәл. Шатланып риза булдыҡ. Арыҫлан Мостайҙың бала сағын, мин – Оло инәйҙе, шағир Хисмәтулла Юлдашев Мостай ағайҙың егет сағын уйнаны. Минеңсә, бер ниндәй ҙә кәртәләр, тыйыуҙар юҡ хәҙер, барыһы ла үҙеңдән тора. Әгәр ҙә үҙемә тап килгән проекттар була ҡалһа, тағы ла ҡатнашыр инем. Картинаның директоры Татьяна Лучинина менән дә бәйләнеш тотабыҙ.
– Мәскәүҙәр “Һеңлекәш” фильмын төшөрөп, башҡорт кинематографтарына өлгө күрһәтте, тип һоҡланыуын белдереп яҙғайны социаль селтәрҙә билдәле кинематографыбыҙ Рияз Исхаҡов...
– Башҡорт фильмдарының премьераларын ҡалдырғаным юҡ. Прокатҡа сығыу менән йүгерәм. Мин бала саҡта “Алтын атлы һыбайлы” фильмын 15 тапҡыр ҡараным. “Алтын дуга, догоняй!” тип баҫтырышып уйнап йөрөй торғайныҡ. Рияз Исхаҡовтың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Уның эштәрен күргәнем бар. Башҡалар башҡара алмаған сәнғәт өлгөһө уның эштәре. “Етегән”дең премьераһын ҡарағас, их, минең дә улар менән кино эшләгем килә, тип көнләшеп ултырғанымды иҫләйем.
– Сибай театрындағы ролдәрең ниндәйерәк характерлы?
Уйландырған, моңландырған да һин!
Мин ни ҡылыр инем, йә, һинһеҙ?
Һине белмәй, күрмәй йәшәһәм, мин
Булыр инем ниндәй бәхетһеҙ!
Билдәле шағир Рафаэль Сафиндың шиғырын телгә алырға булдым. Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлап, Сибай театрына ҡайтып, бар күңелемде һалып ҡыҙыҡлы ролдәр ижад итеп, балҡый башлаған сағымда ғына эштән китергә тура килде. Булмышың менән актриса булып та, үҙеңдең яратҡан шөғөлөңдән айырыл әле... Хәйер, туған театрыма кире ҡайтҡансы ниҙәр кисергәнемде, ниндәй юлдар үткәнемде хәҙер инде тыныс ҡабул итәм. Инде яратҡан эшемде башҡарам.
Әлегә театрҙа шәп ролдәрем бар тип маһая алмайым. Бәләкәй ролдәр ҙә булмай, әлбиттә... Тормош та – үҙе бер театр, ниндәй бейеклектәр һәм ниндәй һынауҙар әҙерләгәнен күҙаллап булмай. Тик яҡшылыҡҡа өмөт итәйек.