Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Октябрь 2019, 13:35

Мостай замандашы мин

Ундай кеше йөҙ йылға бер тыуалыр. Минең өсөн әҫәрҙәре менән генә түгел, атайымдың йәштәше булыуы менән дә яҡын Мостай ағай. Атайым да 1919 йылғы ине. Үкенескә ҡаршы, һуғышта алған йәрәхәттәренән мандый алмай, 48 йәшендә генә беҙҙе ҡалдырып китте.

Эйе, һуғыштың тәүге бомбалары “ун туғыҙынсылар” өҫтөнә яуҙы. Шуға ла улар арабыҙҙа бик аҙ. Атайыма әйтә алмай ҡалған һүҙҙәремде, теләктәрҙе Мостай Кәримгә еткергем килә торғайны. Уларҙы шиғыр юлдарына һалдым.

“Оҙон-оҙаҡ” булды һинең яҙың,

Күкрәп торҙо йәйең бик оҙаҡ.

Саҡ башланған көҙөң булһын наҙлы,

Булһын йомшаҡ, мул һәм бик оҙаҡ.

Әсе тирең түктең еркәйеңә,

Һалған эҙҙәрең һуң ниндәйҙәр?!

Алтын көҙҙән тура ҡайт йәйеңә,

Һиндәйҙәр бит ҡышҡа инмәйҙәр!

Илен маҡтау һәр сәсәнгә зарур –

Сәсәндәргә сәсән һин, сәсән!

Һиндәй улы булғас, халҡым ғорур.

Һайлап ҡуйған һине Ер-әсәм!

Балаҡатай районы,

Иҫке Монасип ауылы
Читайте нас