Пермь крайында үтәсәк Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәр менән киләсәк. Тирмәнән тыш, урындағы ҡоролтайға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр, атрибуттар, дәүләт символдары, ҡурай һәм ҡумыҙ кеүек уйын ҡоралдары тапшырыласаҡ.
Сара барышында билдәле шәхес Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст ҡуйыласаҡ.
Хәбәр итеүебеҙсә, Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре 14 октябрҙә башланды. Программала оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, студенттар һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар, лекциялар, күргәҙмәләр, сәнғәт оҫталары концерты ҡаралған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был проектты төрлө төбәктәрҙә республика Башлығының грантына ярашлы үткәрә.
Тәүге тапҡыр күрше крайҙа йәшәгән милләттәштәребеҙгә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн 17 кешенән торған педагогтар юлға сыҡты. Улар – Әбйәлил районының фольклор ансамблдәре етәкселәре һәм ҡатнашыусылары, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы-интернатының хореография ансамбле, Асҡар ауылының сәнғәт мәктәбе, Учалы районы Урал ауылы уҡытыусылары.
Оҫталыҡ дәрестәре Чернушка, Чайковский, Уҫы, Пермь ҡалаларында, Ҡуйыҙа, Ҡуян, Башҡултай, Барҙа, Елпачиха, Березники ауылдарында үтәсәк. Ә инде 16 октябрҙә Чернушки һәм Чайковский ҡалаларында үткән отчет концерттарында төбәк һәүәҫкәрҙәре үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.
Шулай уҡ саралар барышында Пермь крайында йәшәүселәр башҡорт режиссерҙарының бер нисә фильмын ҡараясаҡ һәм ижади төркөмдәр менән осраша. Шулай уҡ йәш тамашасылар өсөн "Тамыр" телеканалы әҙерләгән "Тел асҡысы" күрһәтелә. Илшат Абдуллин, Тимур Рамаҙанов, Гәлсәр Байғусҡарова кеүек талантлы йәштәр менән осрашыуҙар көтөлә.
Сара 19 октябрҙә бай программа менән тамамланасаҡ. Был көндә Барҙа ауылындағы йомғаҡлау сараһында Башҡортостандың һәм Пермь крайының рәсми вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.