Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Октябрь 2019, 16:48

Путин режиссерҙарға өҫтөнлөк бирерме?

Драматург йәки режиссер булырға теләгәндәргә икенсе юғары белемде бушлай алыу мөмкинлеге бирелерме?

Фото: tvc.ru
Фото: tvc.ru
Драматург йәки режиссер булырға теләгәндәргә икенсе юғары белемде бушлай алыу мөмкинлеге бирелерме? Рәсәй Президенты Владимир Путин был турала уйлап ҡарарға вәғәҙә итте.
“Икенсе юғары белемгә ҡағылышлы әйткән фекер-тәҡдимдәрегеҙҙе ишеттем. Был мәсьәләне хәл итербеҙ. Гранттарҙы ярайһы уҡ арттырырбыҙ йәки сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырбыҙ”, – тине ил Президенты, С.А. Герасимов исемендәге Бөтә союз дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар менән осрашыуҙа бирелгән һорауға яуап итеп. – Хөкүмәттә бер тармаҡҡа бындай мөмкинлек бирһәң, ҡалғандары ла эйәрәсәк, тип борсолалар, ләкин мин барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, режиссура, драматургия кеүек йүнәлештәрҙе айырым ҡарарға кәрәк, тигән фекер менән килешәм”.

#ВладимирПутин
Читайте нас в