Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим фонды директоры Әлфиә Кәримова байрамға килгән һәр ҡунаҡҡа, рәсми вәкилдәргә, әҙәбиәт һөйөүселәргә рәхмәтен белдерҙе.
Ул юбилей сараларына әҙерлек ваҡытында әҙиптең шәхси архивындағы бер папкала записка табып алыуын әйтте. Унда шағир ялғандан ҡурҡыуы тураһында яҙған.
"Атайым һәр ваҡыт ғәҙел булырға тырышты. Ул яҡындарына, дуҫтарына, ҡәләмдәштәренә ҡарата ғәҙел булмауҙан ҡурҡты. Ул беҙгә шундай ҙур байлыҡ ҡалдырған: тоғро дуҫтар, яратҡан уҡыусылар. Юбилей саралары бер йыл бара. Уның ижадын баһалағандар байрамды күтәреп алды. Ура!" – тине шағир ҡыҙы.