Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Октября 2019, 06:39

Әнүәр Нурғәлиевкә ғашиҡ булған…

Кем тиһегеҙме? "Эсендә йәне булмаған кеше генә ғашиҡ булмаҫ!" - тип белдергән ул.

Фото: omet-rb.ruФото: omet-rb.ru
Фото: omet-rb.ru
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтең әле Ҡазанда концерттары бара. Уларҙа халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева ла сығыш яһай.
Әнүәр Нурғәлиев Инстаграмда Хәмдүнә Тимерғәлиеваның сығышы ваҡытындағы ҡыҙыҡлы минуттарҙы урынлаштырған.
“Нисек йырламайһың инде, йәштәр саҡырып торғас? Ғашиҡ булдым. Быға эсендә йәне булмаған кеше генә ғашиҡ булмаҫ!” – ти Хәмдүнә Тимерғәлиева, Әнүәр Нурғәлиевтең фотоһына күрһәтеп.
“Һәр йыл концерттарыма үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе саҡырырға тырышам. Был юлы Ҡазандағы сығыштарыма махсус ҡунаҡ итеп яҡташым Хәмдүнә апайҙы саҡырҙым. Хөрмәтем сикһеҙ уға. Рәхмәт мине ҙурлап килгәнегеҙ өсөн!” – тип йылы тойғоларын яҙған Әнүәр Нурғәлиев.
Читайте нас