Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Магомед-Саламович Умаханов бөгөнгө көндө ҙур символик мәғәнәгә эйә һәм иҫтәлекле тип атаны.
Ул совет осороноң әҙәбиәт титандары булған шағирҙарҙың ижадын юғары баһаланы һәм Мостай Кәримдең дуҫы Рәсүл Ғамзатовтың дүрт юллыҡ шиғырын уҡыны:
Скоро песни вернувшихся стай
Зазвенят над разбуженной чащей.
Хорошо, что ты рядом, Мустай,
Верный друг и поэт настоящий!
Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев сәләмләүҙе ҡаҙаҡ телендә башланы, әлбиттә, барыһы ла аңлашылып тора.
“Мостай Кәрим беҙҙең ике туғандаш халыҡтың рухи бәйләнешен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Алматыға килергә яратты, унда бик күп дуҫтары йәшәне һәм йәшәй. Уларҙы ижади идеялар, юғары маҡсаттар һәм уҡыусы алдындағы яуаплылыҡ бәйләне. Яҙыусының бик күп әҫәрҙәре ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән. Бөйөк шәхес киләсәктә лә беҙҙең туғандарса мөнәсәбәтте һаҡлауға һәм халыҡтарҙы яҡынайтыуға булышлыҡ итәсәк”, – тине ул.