Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Октября 2019, 08:01

Йәмилдең өләсәһе менән осрашыу

“Маҡсатҡа ынтылғанда бер ваҡытта ла күңелде төшөрөргә һәм бирешергә ярамай!”

Гөлкәй Сәмерханова фотолары.Гөлкәй Сәмерханова фотолары.
Гөлкәй Сәмерханова фотолары.
Бөтә ил буйынса әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар бара. Шулай ҙа матур сараларҙың иң күркәме әҙиптең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмының премьераһы булғандыр.
Ысынлап та, ул башҡорт кино сәнғәтенең үҫешен билдәләгән сағыу күренеш булды.

Ошо көндәрҙә БДУ-ның Сибай институты студенттары фильмда өләсәй ролен башҡарған Сулпан Дәминдәр ҡыҙы Әбдрәхимова менән осрашты. Йәнле аралашыуҙа йәштәр уға ролдәргә кастингтың нисек үткәне, фильмдың ҡайҙа һәм нисек төшөрөлгәне, реквизиттарҙың ҡайҙан алынғаны, башҡа ролдәрҙе башҡарған актерҙар тураһында һорауҙарын яуҙырҙы. Бер ыңғайҙан сарала ҡатнашыусылар башҡорт кино сәнғәтенең үҫеше, хәҙерге торошо тураһында ла фекер алышты. Әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте тураһында ла һөйләштеләр. Йәш быуынға өлгө күрһәтерлек, тормош тәжрибәһен еткерерлек хәҙерге заман әсәйҙәре һәм өләсәйҙәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һорауҙарға ла яуап эҙләнде.
Сулпан Дәминдәр ҡыҙы беҙгә сәхнә артисы булараҡ яҡшы таныш: ул Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында уйнай. Студенттарҙы сәхнәләге менән кинолағы уйын үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындырҙы, улар ҡунаҡтың яратҡан ролдәре тураһында ла һорашты. Актриса был һорауҙарға яуап биргәндә, барыһын да күңелеңдән үткәреп уйнарға кәрәклеген билдәләне – шул ваҡытта ғына образ тамашасыны ышандырасаҡ, уға автор тарафынан һалынған идея асыласаҡ. Әйткәндәй, Сулпан Дәминдәр ҡыҙы ролдәрҙе бәләкәй һәм ҙурға бүлеп ҡарамай: һәр береһе өҫтөндә ентекле эшләргә кәрәк, ти. Уның “Маҡсатҡа ынтылғанда бер ваҡытта ла күңелде төшөрөргә һәм бирешергә ярамай!” тигән һүҙҙәре студенттарға айырыуса оҡшаны.
Йәмилдең өләсәһе менән осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, кемдәр “Һеңлекәш”те ҡарамаған, уларҙың фильмды тиҙерәк күргеһе килде.
Читайте нас