“Халыҡ шундай ихлас, "без - ғәйнә башҡортлары" тип торалар. Бигерәк тә ҡыл ҡумыҙҙы яраттылар. Оҫта, һәләтле балалар бар – шунда уҡ отоп ҡалып, уйнап ебәрәләр. Пермь ҡалаһындағы телевидениеға тапшырыуға саҡырҙылар. Беҙгә ошондай осрашыуҙар йышыраҡ кәрәк. Халыҡ үҙенең тамырҙарын онотмаһын өсөн”, – тине ул.