Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2019, 15:37

Бейегән кеше бай була!

Этно-йырсы Зәйнетдин (https://vk.com/zainetdin) дәртле йөрәкле егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн бейеү флешмобы иғлан иткән. Иң беренсе булып ҡушылыусылар – Күгәрсен районының Мораҡ ауылында эшләгән “Гөрләүек” бейеү ансамбле егеттәре.

Фото: pbs.twimg.com
Фото: pbs.twimg.com
Этно-йырсы Зәйнетдин (https://vk.com/zainetdin) дәртле йөрәкле егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн бейеү флешмобы иғлан иткән.
Бының өсөн йырсы башҡарған көйгә бейеү видеоһы яҙҙырырға һәм социаль селтәрҙә йырсының сәхифәһенә #башкортбейеу тигән һылтанма менән һалырға кәрәк.


Иң шәп видео авторҙарына Зәйнетдин 10 мең һум аҡса вәғәҙә итә. Һөҙөмтәне 1 ноябрь иғлан итәсәктәр.
Тәүгеләрҙән булып шәп флешмобҡа Күгәрсен районының Мораҡ ауылында эшләгән “Гөрләүек” бейеү ансамбле егеттәре ҡушылған. Уларҙың тыуған төйәгендә төшөрөлгән видео берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Читайте нас: