1965 йыл. Һуғыш тамамланғанға теүәл егерме йыл үткән. Илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда, нисек кенә ауыр булмаһын, халыҡ хеҙмәткә маһирлығын, эскерһеҙлеген, телен, әҙәбиәтен, шәхестәрен онотмаған.
Ишембай районының Этҡол урта мәктәбендә ул саҡтағы шиғриәткә ынтылышты, ауылдаштарҙың күңелдәрҙе сафландырғыс әҙәбиәткә тартылыуын һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел.
Түбәндәге тарихи фотола һеҙ ошо йылда мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға килгән, ауылдаштар менән ихлас аралашҡан, тантаналы рәүештә пионер итеп ҡабул ителгән биш яҙыусыны күрәһегеҙ.
Танынығыҙмы инде? Уларҙың һәр береһе – танылған әҙип, халыҡ ихтирамын яулаған шәхес дәрәжәһенә күтәрелде. Ә был фотола уларҙың ниндәй йәш, янып, дөрләп, оло маҡсаттар ҡуйып йәшәгән саҡтары!